Маймылға бәйле ҡыҙыҡлы факттар |
Новости |
Ер шарында 163 төрлө маймыл тоҡомо бар. Уларҙың иң бейеге – горилла 212 см булһа, иң бәләкәйе – кәрлә-тәтәй – 15 см ҙурлығында. Был йәнлектәр үҙ-үҙен бик тә ярата, көн һайын 5-әр сәғәт буйы үҙҙәрен йәки парын матурлай, йөндәрен тарай, массаж яһай. Маймылдар ғаиләһендә күп ҡатынлыҡ хөкөм һөрә. Тын юлдары, тауыш сығарыу ағзалары үҫешкән, бәлә килерен һиҙгәндә уларҙың ҡысҡырғаны 3 – 4 км алыҫлыҡҡа ишетелә. Интеллект кимәле буйынса маймыл 14 йәшлек кешегә тиң, әммә уларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөмкин түгел: баш мейеһендә телмәр үҙәге бөтөнләй юҡ. Йылы яҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һыуыҡҡа сыҙамлы йәнлек һанала. Уртаса ғүмер оҙонлоғо – 22 йыл, орангутангтар 60 йәшкә тиклем йәшәй. Ни өсөндөр, маймылдар банан ярата, тигән фекер йәшәй. Был дөрөҫлөккә тап килмәй: улар был емеш төрөн һәм кокосты уйынсыҡ итеп файҙалана, ризыҡ булараҡ һирәк ҡуллана.Маймыл йылында тыуғандар талант һәм фекер ҡеүәһе менән башҡаларҙан айырылып тора. Леонардо да Винчи, Юлий Цезарь, Чарльз Диккенс, Евгений Примаков, Элизабет Тэйлор, Сергей Бондарчук, Роберт Рождественский, Антон Чехов – был шәхестәр тап ошо йылда тыуған. Азат Айытҡолов, Радик Гәрәев, Нур Дауытов, Әлфис Ғаязов, Хәлил Барлыбаев, Динис Бүләков, Рәшит Назар – башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен күтәреүсе зыялылар исемлеген дә әллә күпме дауам итергә мөмкин булыр ине.
Йыл хужалары араһында йәш, өмөтлө, үҙенсәлекле талант эйәләре лә бар. Бөгөн улар үҙҙәренең теләктәрен гәзит уҡыусыларға еткерә. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[25 декабря 2015] | Просмотров: 407 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}