Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Тарихи эпостар (Сөләймәнов)-32 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 07.01.2020 1 min read
Новости » Слово автору
Уның был һүҙҙәре быуаттар уҙғас, бер ырыуҙы ғына түгел, тотош халҡын азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәргән Салауат Юлаев (1754-1800), осорға хас тарихи сәбәптәр арҡаһында, еңелеп тотҡонға юлыҡҡас, уның тураһында халҡыбыҙ сығарған йырҙағыСалауат китте, тип шатланмаң,Унан ғәййәр тыуыр донъяға! тигән һүҙҙәрҙе хәтерләтә. Осраҡлы түгел был. Эпостарҙың трагик тамамланышы шул трагедияның сәбәптәре хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Ә уның сәбәптәре — ырыуҙар тарҡаулығы. Шулай итеп, ырыуҙарҙың тарҡалыуын шелтәләү аша был эпостарыбыҙҙа татыулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы һалынған. в) Ырыу данын арттырыусы батырҙар һәм сәсәндәрЫрыуҙар яҙмышы мәсьәләһе “Күбәләк-Тиләү батырҙары” ҡобайыры өсөн дә актуаль. Башҡа эпостарҙан айырмалы рәүештә, был ҡобайырҙа ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе мәсьәләһе лә яҡтыртыла, уларға нигеҙ һалған һәм улар үҫтергән шәхестәргә мәдхиә уҡыла.“Күбәләк-Тиләү батырҙары” тигән яҙма дастан һүҙҙе:Борон-борон, бик борон:Бер әҙәм булмаҫ борон,Бер әҙәм килмәҫ борон,Берәү эҙ һалмаҫ борон,Берәү юл һалмаҫ борон, — тип, беҙҙе хронология күҙлегенән иң боронғо дәүергә (Uhr Zeit-ҡа): әллә “Урал батыр”, әллә “Аҡбуҙат”, әллә “Заятүләк менән Һыуһылыу” кеүек эпостарыбыҙҙың геройҙары йәшәгән дәүергә алып киткәндәй була. Артабан тасуирланған бай пейзаж картинаһы иһә беҙҙе Урал батыр заманынан күпкә бирерәк дәүергә күсергә мәжбүр итә. Сөнки тирә-яҡта төрлө-төрлө ҡош-ҡортҡа бай ҡара урманлы ҡая-ташлы ил, йәғни ҡасандыр Урал батыр бар иткән тәбиғәт тасуирлана. Әммә артабан ошо ергә Күбәләк менән Тиләү атлы ике ағай килеп сығыуы, уны үҙләштереп, түл йәйеүе хаҡындағы мәғлүмәт беҙҙе йәнә дәүер билдәһеҙлеге тойғоһо кисерергә мәжбүр итә. Тик Тиләүенән нисәнселер быуында мәшһүр Ҡобағош сәсән тыуып, унан — Айбағыш менән Көнбағыш, Айбағыштан — Килдеш батыр, Көнбағыштан — Ҡушкилде батыр, Ҡушкилденән Ҡарас атлы яугир-сәсән тыуыуы хаҡындағы мәғлүмәткә ирешеүебеҙ була — әҫәр иңләгән эпик дәүер ярайһы ғына асыҡлана, әммә бик күпкә ҡыҫыла төшөүенә төшөнәбеҙ. Ни өсөн тигәндә, беҙгә Ҡобағош сәсән — XV быуат аҙаҡтарында — XVI быуаттың урталарында, Ҡарас сәсән иһә XVI – XVII быуат араһында йәшәгән тигән фекер мәғлүм .“Күбәләк-Тиләү батырҙары” әҫәре — асылда, ҡобайырҙар шәлкеменән ғибәрәт. Ике ағайҙың ер табыуы, уны үҙләштереп, ике ырыу булырлыҡ түл йәйеүе — нигеҙҙә ике мотивты (йәғни микросюжетты) хасил итә. Әммә улар сюжет булып йәйелеп китә алмаған.Һүҙ Ҡобағош темаһына күскәс, уның зирәклеге, әүлиәлеге данлана, уландарының ҡаршы килгән яуға ҡаршы торорлоҡ, дауҙы кире борорлоҡ булып үҫеп етеүен хәбәр итеп, уларҙың атай-олатайҙар юлын ҡыуыуына ҡыуаныс белдерелә. Ҡобағыштың бүләһе Ҡарас та, уға оҡшап, яу килһә — яубаҫар батыр, дау килһә — даубаҫар сәсән булып етешә. Ҡыҫҡаһы, был ҡобайырға “атанан күргән – уҡ юнған, инәнән күргән – тун бескән” тигән идея һалынған. Быға, Ҡобағоштоң шәжәрәһәе менән танышҡанда уҡ, төшөнөргә була. Ҡобағош (та) батыр, буй етеп,Матур тормош ҡорған, ти.Айбағыш менән Көнбағыш — Ике улы тыуған, ти…Айбағыштан тыуған, ти,Килдеш тигән дан батыр.Барыһы бер ҡандан бит,Олатаһына тартыр.Килдеш тә, һис ҡалышмай,Тамыр йәйгән, ти, ергә,Ҡарас тигән сәсәнде,Ҡарас тигән батырҙы Бүләк иткән ул беҙгә… Ҡарас сәсән дә, һынсыл да була. Яу баҫырын ул алдан һиҙеп тора. Ҡаҙаҡтың данлы батыры Аҡшаның барымтаға килерен дә алдан һиҙенә. Кем дә кем “Аҡса менән Ҡарас” ҡобайыры йә ошо ике батыр хаҡындағы тарихи риүәйәт менән яҡшы таныш, шул кеше ҡаҙаҡ батырының бик тәккәбер ҡыланыуын хәтерләй торғандыр әле. Аҡса үҙенең шәжәрәһенең данлы булыуы, үҙенең еңелеү белмәүен әйтеп:“Аҡша батыр, тигәндә,Күп батыры ҡалмыҡтыңЯҙа инде аҡылдан” , —

тип маҡтана. Әле һүҙ барған ҡобайырҙа иһә Ҡарас ауыҙынан “киҙәк” һүҙен ишеткәс тә, Аҡсаның күҙе аҡайыуына (“Киҙәк!” — тигәс батырым, Аҡса күҙе аҡайған…”), шул һүҙ йөрәген телеп үткәндәй, артҡа ҡаҡайыуына, йөҙөнә үлек төҫө кереүенә генә иғтибар иттерелә. Шуның менән сәсән ҡаҙаҡ барымтасыһының Ҡарас әйткән бер ауыҙ һүҙҙән дә бәлтерәп төшөүен психологик яҡтан нигеҙле итеп бирә алған.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 декабря 2010] | Просмотров: 144 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Ярай әле… » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: О ситуации в Курултае башкир » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025