Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Ай болотҡа туңып йәбешкән саҡ. Аяуһыҙ ҡыш беҙҙең яҡтарҙа. Йығылды ҡош ҡанатлы боҙ булып, Осоп барған ерҙән Аҡ ҡарға… Зәмһәрирле* ҡышта бисара ҡош Ярай әле һиңә юлыҡты — Бейәләйең һалып, Бисараны Устарыңа һалып йылыттың. Һулыштарың менән тереллтең һин, Уянды ҡош… ҡаҡты ҡанатын! …Һәм һиҫкәнеп, Тетрәп ҡуйҙы йөрәк — Нәҡ шул мәлдә һине яраттым. Аҙмы кистек ғүмер зәмһәрирен! Беҙ ҙә төштөк туңып бейектән — Йөрәгемде, Устарыңа алып, Тик һин булдың мине терелткән. Ауыр саҡтарымда Йыуаттың һин Һәм ҡыштарҙа туңған ҡош һымаҡ Һулышыңдан ҡанат ҡаҡты йөрәк Һинең йылы, кескәй усыңда. Һәм беҙ астыҡ тәбиғәттең серен — Беҙҙең йәндәр ерҙә бер икән! Был яратыу ғына түгел буғай… зәмһәрир — көслө һыуыҡ Һөйәм, тимәк, мин ҡош терелтәм! Һағынғанда шул ҡош менән бергә Төштәремә килеп керәһең: Йәшә!.. Йәшә!..» — тип, һин Үрһәләнеп Кескәй ҡошҡа һулыш өрәһең. Ҡараштарың, Һулыштарың менән Бар донъямды минең йылыттың — Был ярһыулы донъя уртаһында Ярай әле һиңә юлыҡтым…
1987
|
||
| Напечатать | Комментарии (3) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 193 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}