Литература » Песни | ||
Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,Көндәр түгел айҙар уттеләр.Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,Йыраҡтарға алып киттеләр.Ҡушымта:Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,Утыңды һүндермәйсә мине көт.Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,Ҡош телендәй сәләм барҙыр тип.Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:Иртәгә, бәлки, булыр тип.Ҡушымта.Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.Ҡушымта.Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,Утыңды һүндермәйсә, мине көт,Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 февраля 2011] | Просмотров: 263 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}