Новости | ||
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, Илеш районы, Исәмәт ауылы:– Һуңғы йылдарҙа ислам дине менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны ла, изге Ҡөрьән китабын дәрес итеп уҡырға өйрәнеүселәр ҙә, биш ваҡыт намаҙға баҫыусылар ҙа күбәйә. Илеш районының Дөмәй ауылындағы мәсеттә лә бына алты йыл инде һәр аҙнаның дүшәмбе һәм йома көндәрендә йыйылып, дини һабаҡ алалар, намаҙ уҡырға өйрәнәләр. Төп һөнәре буйынса педагог, филология фәндәре кандидаты Зәмзәмиә Ҡазыханова Яр Саллы ҡалаһында институтта эшләп, хаҡлы ялға сығып, ауылға йәшәргә ҡайтҡандан һуң ойошторған был уҡыуҙарҙы. Бөгөн унда егерменән ашыу ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙының тырыш хеҙмәте ауыл халҡын изгелеккә, иманлы, итәғәтле, тәүфиҡлы булырға өйрәтә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң кәрәкле сифаттарҙы өйрәтеүсе остаздың тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе лә күҙгә күренеп тора. Әлфиә Ғабдуллина, Мофауаза Закирова, Зәлифә Дәүләтова, Флорида Ғәзетдинова, Зәмзәмиә Басикова, Рәзифә Фәттәхова Октябрьский ҡалаһындағы “Нуруль Ислам” мәҙрәсәһенә ситтән тороп уҡырға инеп, 11–16 ғинуарҙа сессияны уңышлы тамамлап ҡайттылар. “Беҙҙе бик ихлас ҡаршы алдылар. Мәҙрәсәләге бөхтәлек, тәртип, уҡытыусыларҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуы шул тиклем оҡшаны. Ятаҡта тороу, ашау, өйрәнеү – бөтәһе лә бушҡа. Төрлө райондарҙан килгәйнеләр. Сессияла исламдың төп өс шартын – иман, әхлаҡ, ғибәҙәт тураһында өйрәттеләр. Уларға беҙ рәхмәтлебеҙ. Ә рәхмәттең иң ҙуры – беҙҙе ошо юлға өндәүсе Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙына”, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мофауаза Закирова. Гүзәл ҠАҺАРМАНОВА, – Учалыла ике көндә ярты метр ҡалынлығында ҡар яуҙы. Юлдарҙы саҡ таҙартып бөттөләр. Ҡарҙың күп булыуы яҡшы, уңыш мул булыр. Ҡыш – һәр йылдағыса, киҙеү осоро. Был аҙнала районыбыҙҙың бөтә мәктәптәрендә карантин иғлан иттеләр. Ауыл халҡын кешеләрҙең эскелеккә бирелеүе, магазиндарҙа араҡы, һыра һатылыуы борсой. Мәҫкәү ауылында яңыраҡ ауыл халҡының сходы үтте. Магазиндарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы бөтөнләй тыйырға, тигән ҡарарға килделәр. Быйыл ауылдарҙа ҙур төҙөлөш эштәре көтөлмәй. Йәйгеһен Наурыҙҙа Әселек күперен эшләргә уйлайҙар. Әлфиә МУСИНА, – Беҙҙең ауыл хакимиәтенә ҡараған Икенсе Этҡол ауылында Дәүләкән балалар аяҡ кейеме тегеү фабрикаһының филиалы асыласаҡ. Яңы производство иҫке мәктәп бинаһында урынлашасаҡ. Әле объектты ремонтлайҙар, буласаҡ эшселәрҙе уҡыталар. Унда 200 кешегә эш урыны булдырыу ҡаралған. Тәүге продукция август айында сығарыласаҡ.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[2 февраля 2016] | Просмотров: 218 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}