Новости » Культура | ||
Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында, 10-12 июнь көндәрендә III БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ үтәсәк. Шул сәбәпле, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы был мөһим сараға арналған байрам концерттары менән ҡыуандырмаҡсы. 10 июндә филармонияның сәхнәһендә сибайҙар үҙенең «Йөрәктәрҙә ҡалдың йыр булып» тигән музыкаль драмаһы менән сығыш яһай. Был спектакль тыумыштан сәсән булған мәҙәк оҫтаһы, сәхнәнән көлдөрөүсе кәмит, ғәҙелһеҙлекте, тигеҙһеҙлекте фашлаусы әсе телле сатирик, мөхәббәт утында яныусы саф күңелле хыялый «милләтсе һәм халыҡ дошманы», шағир, көрәшсе егет Шәйехзада Бабичҡа арнала. Тамашаның режиссеры — Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Нәсимә Ғиззәтуллина. Ә 11 июнь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең тыуған яғын, тыуған илен данлаған йырҙарҙан торған «Уралымда ТАМЫРЫМ…» исемле концерт-программаһын тәҡдим итә. Концертта филармонияның солистары һәм ижади коллективтары ҡатнаша. Режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы Сәйҙә Ильясова. Йыр-моң яратыусыларҙы тамашаларҙа көтөп ҡалабыҙ!
Концерттарға инеү бушлай.
|
||
| Напечатать | Комментарии (2) | ||
[27 мая 2010] | Просмотров: 245 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}