Блоги » gulshat » Йырың тыуғас — үлмәһен! » Главные сайты Башкортостана

ban_mag-2897579 prez-3460643 mini_1087-8510618 yeshlek_120-4675504

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Йырың тыуғас — үлмәһен!
 
Опубликовано: 1 декабря 2010 | Автор: gulshat
 
Ҡулымда -Рәми Ғариповтың шиғырҙар йыйынтығы. Ҡупшы ғына, бәләкәй генә, кеҫәлә йөрөтөрлөк. ҡулыма алып, биттәрен асып, инде ятлап бөтә яҙған юлдарын ҡайһы бер ҙә аҡтарып ултыра торғанмын. ул мине асылыма ҡайтара. мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйларға этәрә. нимә ул хәҡмҡәт? нимә ул тоғролоҡ? нимә ул ғәҙеллек? нимә ул үҙ илеңде яратыу? нимә ул үҙ телеңде яратыу? ер аҫтында гәүһәр эҙләгәндәй, таныш юлдарҙан үҙ һорауҙарыма яуап эҙләйем.йырың тыуғас, үлмәһен,йылдар саңы күммәһен,заман менән йәшәһен,йәшәһен дә йәшәртһен,-шунда моңо һәр йырҙың,шунда йәне шиғырҙың;тәбиғәт кеүек булһын,илһамың менән тулһын,моңһоҙҙар ҙа моңланһын,йоҡлағандар уянһын,уянһын да, уйланһын,йоҡлауынан оялһын!…юҡ, шул хәҙер ундай йырҙы тыуҙырыусылар, юҡ шул… эх,иртәрәк киттең һин, Рәми, иртәрәк… һин булһаң, белер инең нисек илебеҙгә эйәләгән шайтандарҙы борхоторға. ҡайҙа беҙҙең бабичтар, зәки вәлиди, муса мортазиндар?…бер маңҡорттар өйөрөнә әйләнеп барабыҙ. үҙемдең шул иҫәптә булыуыма, битараф булмаһам да, барыһынан ситтә ҡалыуҙы хуп күреүемә йәнем көйә. ғәфү итерлек түгел был эшем, әммә мин ни ҡыла алам. мөмкинлеге булғандар, ҡыл да ҡыбырлатмайҙар, шуға аптырайым. юҡ, мин аҡлау эҙләмәйем үҙ-үҙемә. мин барыһы ла яҡшы булыр, тигән ышаныс та йәшәйем. килер ваҡыт, миллилеккә ҡағылышлы бар низаҡтар бөтөр, барыһы ла именлектә һәм тигеҙлектә йәшәр! утопия, әлбиттә. ябай халыҡ шулай йәшәй ҙә. сәйәсәттәгеләр генә стаканда дау ҡуптара. халыҡтырҙы бер-береһенә һөсөкләй.моңһоҙҙарҙы моңландырырлыҡ, йоҡлағандарҙы уятырлыҡ, уйлатырлыҡ, йоҡлауынан оялтырлыҡ йырҙар яҙылмай әлегә.

http://hajievagulshat.blogshare.ru/

Просмотров: 35   Комментариев: 0
Теги:
 
 
Информация
Посетители, находящиеся в группе Гости, не могут оставлять комментарии в данной новости.

{allpages}

Комментарии 0