Рәми Ғарипов. Ғүмер » Главные сайты Башкортостана
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
| [b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
| Рәми Ғарипов. Ғүмер | Новости » Литература |
| Ғүмер (Йыр) Ер еләккәйҙәре беште инде, Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ, — Ир-егеткәйҙәрҙең йәше үтһә, Бегөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ. Япраҡтарҙы һары алды инде, Ел шаулатып, түкмәҫ, тимәгеҙ, — Ут-йәшендәй йәшлек ғүмерҙәрҙе Йәшнәп-күкрәп үтмәҫ, тимәгеҙ. Бурай-бурай ҡарҙар яуҙы инде, Аҡ япмалай ятмаҫ, тимәгеҙ, — Ғәзиз йәне сыҡҡан тәнең-һының Таяҡ булып ҡатмаҫ, тимәгеҙ. Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде, Гөл-сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, — Бишектәге бала, биш төрләнеп,
Ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ! |
|
| | Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 1) |
| [12 октября 2010] | Просмотров: 27 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}





Комментарии 0