Бөтә документтарҙы бер урында әҙерләйҙәр » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Бөтә документтарҙы бер урында әҙерләйҙәр

Новости
Башҡортостан 2015 йылда файҙаланыуға тапшырылыу­сы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙең иҫәбе буйынса рекорд ҡуйҙы. Күп функциялы үҙәктәр селтәре республиканың ҙур ҡалаларын һәм район үҙәктәрен биләп алды. Былтыр 2-нән 40-ҡа тиклем хеҙмәтләндереү тәҙрәһе булған 48 офис асылған, 491 ауылда граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороусы эш урыны булдырылған. Һө­ҙөмтәлә республика халҡының 98,43 проценты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр­ҙе “бер тәҙрә” принцибы буйынса, шул иҫәптән күп функциялы үҙәктәр аша алыу­ға өлгәшкән. Дәүләт хеҙмәте үҙәктәре асылыуы хеҙмәт баҙарына ла ыңғай йоғонто яһаған. 2015 йылда бөтәһе 900-ҙән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Дөйөм персонал иһә 1700 кеше тәшкил иткән.

Ноябрҙән иһә Башҡор­тостан Республикаһының күп функциялы үҙәктәре “Минең документтарым” Бөтә Рәсәй стиленә күсте. 2015 йылда асылған бөтә үҙәктәр ҙә яңы бренд аҫтында эшләй башланы.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[12 января 2016] | Просмотров: 254 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0