Һиндостанда санскритҡа әйләнгән башҡорт теле » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

История, Слово автору
Һиндостанда санскритҡа әйләнгән башҡорт теле.Аманат.Был хеҙмәтем егерме биш йыл элек үк яҙылһа ла, заманында ташҡа баҫтыртып сығарыу мөмкин булманы, сөнки илебеҙ тоталитар тәбиғәтле советтар хакимиәтенең “алға – коммунизм еңеүҙәренә” әйҙәүсеһе булған КПСС, йәмғиәтте ауыҙлыҡлап тотоусыһы КГБ ҡыҫымы аҫтында тонсоғоп, бөтә нәмә 1917 йылғы большевиктар ихтилалынан ғына башлана тигән “тәғлимәт”кә һуғарылып, сая рухыбыҙ бығауланып һәм тонсоғоп йәшәнек. Башҡорт халҡының (һәм башҡа халыҡтарҙың да) сал-боронғо тарихы, быуаттарҙы ашып килгән үҙенсәлекле мәҙәниәте тураһында, һүҙ ҡуҙғатыу ғына түгел, ауыҙ асырға ла ярамай; 1917 йылға тиклем “ярым ҡырағай, шыр-наҙан” халыҡҡа уның мәҙәниәтен, шул иҫәптән әҙәби телен, яҙмаһын, сәнғәтен дә, юҡтан бар итеп, бөйөк урыҫ халҡының ҡаҙанышы булған Коммунистар партияһы, Бөйөк Октябрь революцияһы бүләк итеп бирҙе, шуға күрә СССР-ҙа “совет халҡы” тигән һәм фәҡәт урыҫ телендә һөйләшкән берәгәй милләт кенә сәскә атырға тейеш, тип кенә һөрәнләргә рөхсәт ителә ине. Шул шарттарҙа, әлбиттә, боронғо Һиндостан тупрағына Күк Уралдың шанлы мәҙәниәтен илтеп еректергән, ил төҙөгән арыуҙар (арийҙар) – боронғо башҡорттар, һәм уларҙың күркәм әҙәби (санскрит) теле – нигеҙендә боронғо башҡорт теле, тип иҫбат итеү совет ысынбарлығы нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы һөрһөп бөткән милләтселек һаналып, ундай фекер йөрөтөүселәр бөйөк державаның хаҡ дошманы рәүешендә ләғнәтләнеп хөкөм ҡылынды. Шуға күрә ундайҙарға бөтә ишектәр ҙә ябыҡ, үҙ илендә үҙе ят ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә (ә дөрөҫлөк бөтәбеҙ өсөн кәрәк!), КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты башҡорттан маңҡорт яһарға йүнәлтелгән баяғы төп идеологияһын үҙенең билдәле төп һөрәнсеһенән бөтә республика, хатта держава трибуналарынан ныҡышмалы һөрәнләтте, шул ныҡышмал һөрәнләүҙәр төрлө ваҡытта төрлө матбуғатты “биҙәне”. Мәҫәлән:«По обе стороны от Урала — от Волги до Иртыша на протяжении тысячелетия скитались башкирские племена, гонимые всеми ветрами исторической судьбы (Башҡортостан тигән илебеҙ булмаған, ҡыу ҡамғаҡтай ҡыуылып йөрөгәнбеҙ!.. — Й.С.)… Вплоть до 1919 года… не имели ни своей собственной крыши над головой (меҫкенләнеп кеше өйөндә йәшәгәнбеҙ!.. – Й.С.) , ни прочной ограды на рубежах, иными словами, не имели своей государственности». (М. Карим. Тепло родного очага. «Советская Башкирия» гәзитенең 1972 йыл 1 май һаны). Һәм йәнә:«Беҙ фәҡир булдыҡ… Беҙ артта ҡалғайныҡ… Беҙ… белемле түгел инек… Әлбиттә, ул алыҫ замандарҙа ла, мәҫәлән, Парижға беҙҙең йырсыны йәки ҡурайсыны алып барыр булғандар, ләкин бүтәндәрҙе шаҡ ҡатырған өсөн ҡырағай кеше итеп күрһәтергә саҡырғандар». (Мостай Кәрим. Бөйөк Октябрь революцияһының 70 йыллығы айҡанлы Башҡорт опера һәм балет академия театрында тантаналы ултырышта һөйләгән телмәренән. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 1987 йыл 6 ноябрь һаны).Ә шулай ҙа, ялған тарих менән аңдарҙы томалағандары өсөн йөрәгем янып, өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәй, туған партиям үҙенең тарихта соҡсонған ябай коммунист яҙыусыһына ла бер кәлимә-һүҙ әйтергә ирек бирер, алдымдағы бикле ишек ҡыҫығынан үткәреп үк ебәрер, тигән йәшерен өмөт менән ҡанатланып, оҙаҡ ҡаңғыртҡан бер ҡулъяҙмамды партия өлкә комитеты ҡарамағына илттем. Тейешенсә комплекслы ысул менән эшләнгән, “Бөрйәндәрҙең әҙәби мираҫы” тигән дүрт табаҡлыҡ тикшеренеү ине ул. Өлкә комитетынан әҫәрем республиканың иң абруйлы ғилми үҙәгенә — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына атҡарылған да абруйлыларҙың дәрәжәле исемдәре, датаһы ҡуйылмыш рәсми яҙма хөкөмөн алған булып сыҡты (фрагмент):О рукописи З.А. Султанова «Литературное наследие бурзян» (102 стр. машинописи). В своей рукописи З.А. Султанов ставит основной задачей показать, что древние башкиры племени бурзян имели непосредственное отношение к древнейшим государствам Азии — Парфии и Бактрии, были творцами культурных ценностей этих стран, авторами (или соавторами) эпических памятников Авесты и Ригведы… Мысль автора — эти памятники надо считать одновременно образцами древнейшего литературного наследия башкир-бурзян. З.А. Султанов утверждает, что им открыт на берегу озера Асылыкуль древнейший храм башкир-зороастрийцев с алтарем для жертвоприношений и проторуническая надпись на камне с поэтическим текстом (знаки и текст не приводятся), относящиеся к VII — V вв. до н.э. Этим перекидывается мост между Приуральем и далеким Средним Востоком в античности и очерчивается громадная территория обитания древних бурзян… Автор, таким образом, связывает события и явления, удаленные и хронологически (более тысячелетия), и территориально, объе
диняет явления и факты, между которыми нет никакой лингвистической и исторической связи… Для обоснования своих вольных сопоставлений языковых явлений З.А. Султанов ссылается на «ностратическую» теорию В.И. Иллича-Свитыча и выступает против традиционных методов сравнительно-исторического языкознания, против генеологической классификации языков… Ничего общего с этой теорией приводимые сравнения, этимологические упражнения автора не имеют… Рукопись «Литературное наследие бурзян» не может претендовать на роль научного исследования: в ней не соблюдены элементарные требования современной компаративистики, исторической этнографии и фольклористики. Отвергать устоявшиеся методы научного познания можно лишь на основе полного овладения ими.Зам. Директора ИИЯЛ БФАН СССР, д.ф.н. — З.Г. Ураксин.Зав. Сектором этнографии ИИЯЛ БФАН СССР, к.и.н. — Н.В. Бикбулатов. Ст.н.с. сектора литературы и фольклора ИИЯЛ БФАН СССР, к.ф.н. — М.М. Сагитов.Верно: (печать и подпись). 1 марта 1981 г.Хәҙер инде был үтә “абруйлы” раҫлауҙарҙың кәм тигәндә бер яҡлылығы, иҫкергәнлеге үтә күренеп торһа ла, заманында ел-ямғыр теймәҫлек “хаҡлыҡ бағанаһы” ине ул. Ошонан һуң “башына тай типкән” авторға тын алыр ҙа форсат ҡалмай башланы – “милли сикләнгәнлек” (“национальная ограниченность”) тигән шомло мөһөр, ҡанын сәсрәтеп, маңлайына сәпәлде, ә бәхетле осраҡ арҡаһында ғына “Ағиҙел”дең 1982 һәм 1984 йылдарҙағы дүрт һанында сығып ҡалған “Урал батыр шәжәрәһе” тигән әҫәре (буласаҡ “Хәтерхитап”тың бүлеге) шул мөһөрҙө юйылмаҫлыҡ нығытты…Махсус белемле ғалимдарыбыҙ ошолай ярһып һөрәнләгәндә сәйәсәтте толпарламыш төп әҙәби һөрәнсебеҙҙән башҡасаны көтөп тә булмай ине: 1984 йыл, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 21 июнь һаны. «РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Верховный Советының туғыҙынсы сессияһында КПСС Үҙәк Комитетының апрель (1984 йыл) Пленумы, СССР-ҙың ун беренсе саҡырылыш Верховный Советының беренсе сессияһы ҡарарҙары, КПСС Үҙәк Комитетының Генарльный секретаре, СССР Верховный Советы Президиумы Председателе К.У. Черненконың уларҙа яһаған сығыштары нигеҙендә Россия Федерацияһы халыҡ депутаттары Советтарының бурыстары тикшерелә. 20 июндә ул Мәскәүҙә Кремлдең Ҙур һарайында эшен дауам итте. Депутаттар һәм ҡунаҡтар В.И. Воротников, Г.В. Романов, В.В. Кузнецов, И.В. Капитонов иптәштәрҙе оҙаҡ ҡул сабыуҙар менән ҡаршы алды». Ҡайһындай ҙа ҙур форум һәм ҡайһындай ҙа мәртәбәле кешеләр! Бөйөк державаның бөйөк мәсьәләләрен уртаға һалып хәл ҡылырлыҡ был оло йыйында Башҡортостан вәкиле лә республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың ошоғаса хәл ителмәгән ихтыяждарын һәм мохтажлыҡтарын ҡыйыу ярып һалғандыр ҙа уңышҡа өлгәшкәндер, тигән өмөт уяна. Әммә-ләкин… Бына шул бөйөк форумда Башҡорт АССР-ы Әлшәй һайлау округынан халыҡ депутаты, РСФСР Верховный Советы Председателенең урынбаҫары М. С. Кәримов телмәренең «изюминка»һы: «Ҡайһы берҙә теге йәки был йән көйҙөргөс факттарҙы осратырға тура килә… Милли республикаларҙан, милли тыйнаҡлыҡ һәм фәнни объективлыҡ тойғоһон юғалтҡан бәғзе бер тарихсылар йәки әҙәбиәтселәр тарихты күпертеп күрһәтеүгә, үткәндәрҙе ал да гөл итеп тасуирларға тотона, боронғо ҡомартҡыларҙан үҙенә өлөш ҡайырырға һәм шунда үҙ мөһөрөн баҫырға тырыша; йәнәһе, улар башҡалар көнләшһен өсөн бик боронғо культураға ҡыҫылышы барлығын иҫбатламаҡсы. Бер милли әҙип нәҡ уның ата-олатайҙарының тәгәрмәсте уйлап табыуын тылҡый. Бындай саҡта инде башҡа берәүгә тәгәрмәс майлау өсөн дегет ҡайнатҡандарын иҫбатларға тотоноу бер ни тормай; имеш, тегеләр тәгәрмәс менән булашҡанда уныҡылар дегетте күпкә элегерәк яһаған. Үткәндәргә ошондай, әгәр әйтергә рөхсәт икән, «киң» ҡараш — беҙҙең социалистик тормошобоҙ нормаларына бер нисек тә тап килмәгән милли сикләнгәнлек билдәһе ул». Иллә тапҡан даһа Башҡортостан исеменән бөйөк держава форумында хәл ҡылаһы проблеманы!..Уҙаманға тынғы бирмәҫ ошо “проблема” артабанғы йылдарҙа һәм башҡа трибуналарҙан да ялҡынлы ҡабатланды… Тап ошондай самаһынан сығып “россиянмын” өлгөрлөгөн күрһәтергә тырышыусыларға яуап иткәндәй, донъяға билдәле әҙип Сыңғыҙ Айытматовтың әсе иронияһы яңғыраны тап ана шул осорҙа: «Что же это за национальная культура, которая не имеет своей базы?

Но когда подобные болевые мысли высказываются, то тут же находятся люди, которые начинают рассматривать это как проявление национализма, узости взглядов. К сожалению, этот зуд сверхбдительности, проистекающей в немалой степени от карьеризма, не встречает должного осуждения. Необходимо отметить в связи с этим, что в результате такая тенденция породила на местах особый тип демагога — говоруна-трибунщика, который сделал для себя восхваление русского языка к месту и не к месту и умаление собственного чуть ли не престижной профекссией». («Литературная газета»ның 1986 йыл 13 август һаны).

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 2 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 ноября 2008] | Просмотров: Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0