Новости » криминал | ||
Аш-һыу тирәһендә байтаҡ ваҡытын үткәргән ҡатын-ҡыҙҙың төп “ҡорал”ы нимә? Шаян һүрәттәрҙә гүзәл заттың йә уҡлау, йә таба менән янауын төшөрәләр. Был ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Тик хәҙер ролдәр алмашына башлаған осор, йәғни ир-ат та әлеге “ҡорал”дарҙы тота. Шуға оҡшаш хәл Өфөлә була. Юҡ, ризыҡ әҙерләү тураһында түгел һүҙ. Бер егет эштән ҡайтһа, өйҙә шау-шыу, иҫеректәр икән. Йәш кеше иҫкәртеү яһаған. Әсәһенең иренә (республика буйынса Эске эштәр министрлығының сайтындағы мәғлүмәттә “сожитель” тип бирелә) иһә егеттең һүҙе оҡшамаған. Киткән талаш, киткән әр. Егеттең көс тә бар, ҡыҙыулығы ла ана ғына тора – таба алған да, “шап” теге ирҙең башына. Тағы, тағы… 62 йәшлек иҫерек пенсионер реанимацияға уҡ эләгерлек булып ҡазаланған.
Хәҙер егет “Яуыз ниәт менән сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү” статьяһы буйынса хөкөм ителәсәк. Иҫерек мәжлестәрҙең күбеһе бәлә килтерә шул.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 января 2016] | Просмотров: 448 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}