Үткән йылдар моңо 4,5(поэма) |
Новости » Литература | |
Булды мәлдәр, һалҡын тиргә батыпдер-дер килеп ятты, хәлһеҙләнгәнусы менән һике йөҙлөгөнҡыҫып: “Харис бәғерем, ҡотҡар, ҡотҡар!” —тип табынды белгән берҙән-берҡурсаусыһы һәм хоҙайына…Һалҡын япма уның яфаларынеңеләйтмәй ине тамсы ла.Сал әсәһе һәм йәш әхирәтетыя алманылар йәштәрен,хәлдәренән килмәгәнен күрепяҙмыш ҡулын артҡа этәреү…Майшәм һымаҡ янып бөтә барҙысәғәт һайын ҡыҙҙың ҡеүәте;әжәл, боҫоп, мейес ауыҙынанһүрелеүен уның күҙәтте…Ҡотҡарыр кем, ел өрһә, һүнеүҙәнкескәй шәмдең быҫҡып яныуын?..Ерләнеләр инде туғандарыСәлимәне, үлмәҫ борон уҡ.“Был донъяла түгел ул йәшәүсе…” —тип һөйләне күргән һәр кешеауыр һулап, алҡымынан алғанкүҙйәшен тыйырға тырышып…Тик бер әҙәм йөрөнө хәбәрһеҙауылынан шөйлә йыраҡта…Ҡыйыу сапҡындарҙан арып ҡайтып,ҡоралдарын һалғас, берайҡанҡыуышында ятып, үткән ғүмеренала ине иҫкә моңланыпХарис… Һүнгән хәтирәләр ҡабатдөрләй ине күҙе алдында;йөрәк төпкөлөндә томаланғанҙур мөхәббәт ҡапыл уяныпэнә һымаҡ ауырттырып сәнсәине йәнен… Ике энйеләйбалҡып тама ине ҡайнар йәшеһиҙҙертмәҫтән йәшел үләнгә…Һәм ул йәһәт ҡыуа, ҡыуа инеут-хистәрҙе ситкә аңынан,йөрәк башы һыҙлап ҡанағандай…Урман һуҡмаҡтарын иптәштәременән тапап төҙгән пландыңныҡлығына кемдер янағандай…Ирендәре шыбырҙай торғайны:“Хуш бул, хуш бул, һөйөү мәле!” — тип. —Мәрхәмәтһеҙ үс биләне минеңйөрәгемде мәңге, мәңге!” — тип…Таш йөрәге иллә ҡайһы ваҡыткитә ине ҡыҫылып моңдарҙан,йәшлегенең гәүһәр миҙгелдәресыңлай ине йәшерен ҡылдарҙан…Төнгө урман ҡараңғылығындакүрә ине ул гүзәленеңфажиғалы, һағышлы күҙҙәрен…Нуры менән телеп бәғерҙәрен,онотоуҙа уны, хыянаттаҒәйепләйҙәр кеүек инеләронотолмаҫ, һөйөклө күҙҙәр…Хатта: “Ҡурҡаҡландым микән әллә,юйҙым микән ирлек намыҫын?” —тиә ине төптән аңдыу йәне…Әмәлһеҙлектәрҙән ҡыҙып ҡаны,уйлап ҡай саҡ ҡуя торғайны,ҡайтайыммы әллә ауылға, тип,иркен ҡаҙаҡ далаларынайәркәйемде алып ҡасырға, тип…Һәм минутлыҡ ярһыуҙарын йәнәҡыуа ине уттай быҙлатыпйөрәк төпкөлөнә, күңелкәйен“дәлил”дәре менән һыҙлатып:“Дошмандарға тотҡан үс — түгелмеяҡыныңды һөйөү билгеһе?!Кемдең килер, мөхәббәт өсөн тип,намыҫынан ҡорбан биргеһе?..Йомшармам, юҡ! — ҡайғы-һағыштарҙан,алған юлым осона етермен!Бөйөк һөйөү хаҡына ҡыйралыш,ҡанлы ҡырҙар аша үтермен!Еңеү, йәки үлеү — шул ниәтем,ниәтенән егет төңөлмәҫ!еңгән кеше генә һис үлмәҫ,еңеп үлгән кеше еңелмәҫ!Ә һөйгәнем онота алмаҫ мине —ҡайнар булды үтә һөйөүем.Онота икән — тимәк, һөймәгән ул,һуҡыр булған, тимәк, йөрәгем!..”…Ҡарурманда, йондоҙһоҙ төндәрҙәХарис янып шулай уйланы,фекерҙәрен уның тәбрик итепҡарт имәндәр моңло шауланы… 3Йәнтимерҙең ҡулдары хеҙмәткәылыҡмайҙар һуңғы көндәрҙә,башын баҫып аҫҡа, тик йөрөй ул,ҡаңғырынып, белмәй нишләргә.Мал йыям, тип тотҡан хыялдарыиренеләр яҙғы ҡар кеүек,иренеләр, насар эҙ ҡалдырыпһары һыуҙай аҡты, һарҡылып…Күңелкәйе, киҫелгән урмандай,шыр-яланғас ҡалды бит тороп:шыбырҙашмай өмөт япраҡтары,ләззәт менән йәнен тултырып.Көн хистәре, ҡанатлы ҡоштарҙай,сутылдашып оя үрмәйҙәр;таңғы елдәй һыйпап, аҡ хәбәрҙәрһағыш болоттарын һүрмәйҙәр…Ауылдаштары ят ҡараш менәнсәпәп ҡала ҡартты артынан.Өндәшмәүҙәрендә телһеҙ шелтә,өнһөҙ үпкә ыуы бар һымаҡ…Тешләп булмай терһәкте үрелеп,атҡан уҡты булмай ҡайтарып,үҙен күпме ләғнәтләһә лә, һисүткәндәргә булмай юл ярып…Йолҡор ине төкмә-төк һаҡалын,сейләткәнсе арыҡ эйәген,ҡаса алһа алып үкенестәнгөнаһланған ауыр һөйәген…Ҡайтарыу юҡ, эйе, үткәндәрҙе,сигенеү юҡ кире беҙҙәргә.Йән шифаһын — түгел хәтирәнән,киләсәктән зарур эҙләргә!…..Йәнтимер ҙә һомғол егет ине,һөйҙө янып ул да берәүҙе,ҡауышырға бәғеркәйе менәнуның да бит типте йөрәге…Хаҡ яҙманы әммә ҡауышырға:бай кейәүгә ҡыҙҙы бирҙеләр,“Тәҡдир ҡуша шулай!” тинеләр…Ҡайғыһынан ҡарайған Йәнтимерэйеп башын йөрөнө-йөрөнө ләегәрле һәм тыныс бер ҡыҙыйҙыҡайтты алып… бөтә ғүмеренә…“Тәҡдир яҙғанылыр” тигән уйғаәкрен генә аңы күнекте…Тыуған бере үлгәс балаларҙың,Сәлимәһе бына буй етте…Йәшлек рәнйеүҙәрен, үсен ташлап,бағышланды ир мал йыйырға…Йәшеренеп ят-ек күҙҙәренән,төндәрен дә барҙы ул ҡырға,күршеһенекенән артыҡлатыуөсөн һанын бураҙналарҙың…Бөртөктәрҙең көсөн тослатырғаекте аҡыл ҡорамалдарын:шатлыҡлы көҙ етеп, игендәралтын һутҡа тамам тулышҡас,үҫемлектән күсеп үҫемлеккә,бал ҡортолай егәр булышҡас,йыйнап ыуҙы ул башаҡтарҙыңиң туҡтарын һәм уңғандарын…Бер таҡыя орлоҡ етештерҙеошолай ул… Һөрөп ер кәрен,Аллаға тапшырҙы теләгегәрәбәһенең бөртөктәрен…Өс йылдан һуң хужа ине улиң уңышлы бойҙай сортына,әйләнһә лә ерҙең ҡортона…Ғәжәпләнеп ауылдаштарыуслай инеләр орлоҡтарҙы,еҫкәй, тешләй, һөйә инелә р,“Мөғжизә был!” тиә инеләр…Тиҙҙән уның сереп байырынбер генә “әүлиә” әйтмәне,Ғимыранға ашташ булырынЙәнтимер үҙе лә шәйләне.Төшмәне тик Күктән көткәне —өттө ҡыуан, ямғыр яуманы.Ҡайһы йылда хатта сәселгәнорлоғон да йыйып алманы…Ашлаһа ла түгеп тиркәйен,тырышһа ла яҙмайсы билде,иҫке уңыштан яңыһынакөндәр осон саҡ ялғап килде…Урман киҫте байға ҡыштарын,яҡты күмер ендәй ҡарайып,йылмаймағас һаман бәхеткәй,хыялдары бөттө таралып…Риза булды ваҡ яҙмышына:“Түгел әле фәҡир мин генә!..Булһаҡ бөтәбеҙ ҙә бай, мулла,йөк атына бесән кем һала?..”Сикһеҙ ләкин иблес мәкере —тайҙы юлдан, һыймай ҡалыпҡа —ымһынып уҡ бай һынығына,яңғыҙ ҡыҙын һалды тамуҡҡа…Етмәй көсө хәҙер ҡарарғакүҙҙәренә меҫкен баланың:ярым үлек килеш ятһа ла,“Харисым!” тип һаман ала тын…Хәлһеҙ бармағын төбәп уға: “Аждаһа!” — тип әйтер, тип ҡурҡа…
Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[9 июля 2012] | Просмотров: 2229 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Үткән йылдар моңо 4,5(поэма) HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/4057-1198tk1241n-yyldar-mo1187opoema.html]Үткән йылдар моңо 4,5(поэма)[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/4057-1198tk1241n-yyldar-mo1187opoema.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}