Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Анонс! Баныу Ҡаһарманова. "Әлли-бәлли бәүкәйе…" » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 15.03.2017 1 min read

Анонс! З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте республика башлығы грантына «Бөгөнгө йәмғиәттә йәш быуын проблемалары» тигән темаға «Яңы офоҡтар» әҙәби конкурсы иғлан иткәйне.

1459222039_11-8806497Конкурсҡа килгән 29 ҡулъяҙманы танылған шағир һәм тәнҡитсе Фәнил Күзбәков,«Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөхәррире Сабир Шәрипов, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, «Китап» нәшриәте директоры урынбаҫары, тәржемәсе Фәрит Әхмәҙиев баһаланы. Яҙмаларға авторҙарҙың исем-шәрифтәре ҡуйылмай, тик рәт һандары ғына һуғылып, тап кемдәрҙең еңеүсе булыуы хатта комиссия ағзалары өсөн дә һуңғаса сер булып ҡалды. Йәғни, жюри ағзаларына бер ниндәй баҫым булмай, яҙмаларға ғәҙел баһа бирелде. Конкурста тәүге өс урынды Мөнир Ҡунафин, Баныу Ҡаһарманова һәм Артур Ҡазыханов яуланы. Мөнир Ҡунафиндың «Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…» әҫәре донъя күреп, уҡыусылар тарафынан да юғары баһаланды. «Йәшлек» гәзитенең киләһе һандарында иһә Баныу Ҡаһарманованың «Яңы офоҡтар» ижади бәйгеһендә икенсе урын алған «Әлли-бәлли бәүкәйе…» хикәйәһе донъя күрәсәк.

«…Телефонды енләнеп һүндерҙе. Кираның башына, гүйә, күҫәк менән тондорҙо ла, бәйләнеште өҙҙө лә ҡуйҙы. Ирҙәр шулай тура һүҙле, уратып-сурата белмәйҙәр. Апай кеше булһа, яман яңылыҡты ете төргәккә төрөп еткерер, әсәй үлде, тиер урынға, әсәй ауыр хәлдә, йәки, ҡайт, һинең өйҙә булыуың кәрәк, тип, һеңлеһенең йөрәген яралауҙан аралар ине. «Вадимдың ваннала кафеле үҙенсәлекле – ҡап-ҡара төҫтә, — Кира көҙгө ҡаршыһында тора бирҙе. — Нисек инде «үлде»? Кисә генә тере, һин дә мин йүгереп йөрөй ине, бер ҙә үлергә йыйынмағайны». Тәне буйлап ток үтте — телгә килешеүҙәрен иҫләне. Радионан бензинға хаҡтарҙың артыуы тураһында ишеткәс, кискелеккә аш йүнәткән әсәһе, тағы бар әйбергә хаҡтар күтәрелер инде, тип бошоноп уфтанды. Ә аҙыҡ-түлек магазинында аҙ ғына эш хаҡына көнө буйы аяҡ өҫтө торорға мәжбүр булып, аҡсаһыҙлыҡтан тамам туйған Кира ҡыҙҙы ла китте: — Атайҙы диуаналар йортона алып барып тыҡһаң, беҙ йүнле йәшәр инек! Шуның арҡаһында һин яҡшы эшеңдән сыҡтың, мине ҡайтарттың, ә ни файҙа? Ул үҙ донъяһында йәшәп тик ята, шунан сығырға уйламай ҙа! Ә нишләп сыҡһын? Уға унда рәхәт: тамағын туйҙыраһың, артын таҙартаһың. Бер ни тураһында борсолмай, бер ниндәй яуаплылыҡ юҡ. Ә беҙ уның ҡурайына бейергә тейеш! Йоҡа ғына телемләп икмәк киҫкән әсәһе күҙҙәрен шарҙай асып ҡыҙына төбәлде: — Туҡта! Хәҙер үк туҡта, тим! – түҙмәй асырғаланып бысаҡ тотҡаһы менән өҫтәл төйҙө. — Ауыҙың һөйләгәнде ҡолағың ишетмәйме? Ул һинең атайың! — Булһа ни, — Кира тымырға кәрәклеген үҙе лә аңлағайны, ләкин арҡыры яғы сығып, артабан енләнде. – Ә һин — иҫәр, әсәй. Ғәфү ит, әммә дөрөҫө шул. Аҡылың булһа, ярҙам итерлек берәй ирҙе ҡаратып алыр инең, барыбер атайҙан йүн сыҡмай, күҙле бүкән кеүек ултырыуҙан башҡаға эшкинмәй. — Нисек телең әйләнә, балам… Ул һине яратып, һәр теләгеңде үтәп, бәпләп кенә үҫтерҙе… — йомшаҡ күңелле әсәһенең йөҙө илаҡ баланыҡын хәтерләтә ине. – Үткәндәр хаҡына шым… Ул ошо хәлгә ҡалғанына ғәйепле түгел… Атайың урынында мин булһам, мине лә ауырыуҙар йортона алып барып ташлар инеңме ни? — Ялҡытты хәйерсе тормошо! – аш өҫтәле янында осһоҙ ҡаты кәнфит һурып ултырған Кира һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырып, ырғып торҙо, — һеҙ мине бәхетһеҙ иттегеҙ, күрә алмайым һеҙҙе! — Балам, туҡта! Юлында осраған һәр нәмәне атып-бәреп, фатирҙан сығып китеп, кафеға барҙы, шунда Вадим менән юлдары киҫеште… Ҡолағында ҡабаттан әсәһенең тауышы сыңлағандай тойолдо: «Балам, туҡта!» Әсәһе уның артынса подъезға йүгереп сыҡҡайны, Кира уға боролоп та ҡараманы: «Суҡынып китегеҙ!» «Бер һипкелле егет, үҙеңде ыңғай тормошҡа көйләр кәрәк, тигәйне: бер һүҙ, бер уй юғалмай, юҡҡа сыҡмай, улар — үлемесле ағыу, йә шифалы дарыу — Йыһан хәтеренә һеңә һәм һуңынан үҙ көсөнә инә… Нишләп мин гел ағыу сәсәм?», — шаңҡыған Кира нисек бар, шул килеш фатирҙан атылды: — Мин әсәйемде үлтерҙем! А-а-а….

Ҡулына телефон йомарлаған ялан аяҡ, ярым шәрә ҡыҙға тап булған кешеләр, аҡылдан яҙған әҙәмгә юлыҡҡандай, ситкә тайпылды. Ә Кира бер кемде лә күрмәне, йүгерҙе лә йүгерҙе. Бите буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен, уларҙың тоғро юлдашы-маңҡаһын да һөртмәне, табандарына сәселгән шырауҙарҙы ла тойманы — йөрәгенә ҡаҙалған ағыулы уҡтар булмышын меңгә бүлгәндә уның ҡайғыһымы: «Мин ғәйепле! Әсәйемдең үлемендә тик мин ғәйепле! Әсәйем тере булһын инде! Бәлки, ағаһы, уның өйҙә ҡунмағанына йәне көйөп, шулай уҫал шаяртҡан ғыналыр? Хәҙер фатирҙарына килеп инеү менән әсәһе ҡаршы сыҡһа, үҙенең шулай тиҙ алданыуына көлөр ине…»

Continue Reading

Previous: Рәми Ғарипов. Юҡ, йөрәгем, таш түгелһең әле » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда…9 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025