Үткән йылдар моңо 6(поэма) |
Новости » Литература | |
Һыу биреүсе миңә булманы,ирендәреп кипһә лә сатнап.Аҡ бесәйем генә ултырҙыбаш осомдан китмәйсә һаҡлап…Яҫтығымды башым аҫтынаналды тартып көндәшем минеңһәм ятҡырҙы ҡаты таҡтаға —аҡты тулып күҙ йәшем минең…Көн юҡ миңә, әсәй, төн дә юҡ,йәшәүем тик ҡиәмәт кенә.Был язаға мине тартырғатейеш ине енәйәт кенә…Ә мин, ысыҡтай саф көйөмсә,күрәм әҙәм күрмәгәндәрен.Әсәй, әллә яңғыҙ балаңдыҡарғаныңмы, күрһен, тип, барын?..Ҡотолорға ошо яфананни ғилләләр эшләйем икән?Әллә текә Һаҡмар ташынансөмөкәйгә төшәйем микән?..Ҡол ҡылдығыҙ мине йәштән үкҡарундарҙың иң ҡарунына.Туҡманы ул мине он өсөн,аҙна уҙмаҫтан барыуыма…Аттай арып эшләп йөрөһәм дә,ултыртмайҙар табынға мине.Үкһеҙ йәндәй, башҡа ҡуяларҡара аш өй яғында мине…Үҙем бешергән аштарымдыңтатый алмайым ҡашығын да.Үлмәһен, тип, туҡландыралартөпкө өйҙөң аш ҡалдығына…Төнгә ҡәҙәр бушай алмайымҙур донъяның мәшәҡәтенән.Ятып инде күҙем йомолһа,уяталар һөйрәп сәсемдән…Торамын да һыйыр һауамын —бер көтөүҙе бер яңғыҙ үҙем.Бармаҡтарым бөтә тумбығып,бирһен инде Хоҙайым түҙем!Һауған һөттө ҡуям эш итеп…Ул бөтһә лә, эш бөтмәй миңә.Бер сынаяҡ сәй ҙә эсалмай,тиреҫ түгергә китәм йәнә…Тотонамын утын ярырға —ир яралмаҫ ҙур тумар утын.Шунда ла юҡ рәхмәт әйтеүсе,әрләйҙәр тик, осороп ҡотом…Инһәм-сыҡһам, ҡара ҡойолопултыралар… Яҡты йөҙ миңәбиреүсе юҡ, хатта ҡушмайҙаркөнөнә бер йылы һүҙ генә…Йылан ояһына оҡшатыпбиҙәрләнем өйҙән, “ғаилә”нән.Ут сыҡһасы, тиеп теләйем,ялҡын теле һуҙып мөрйәнән…Ҡатырҙылар тамам йәнемде,әсәкәйем, бай ҡоҙаларың.Дуҫҡа түгел, дошманыма лакүрһәтмәһен бай ыҙаларын…Йәшәй шулай ҡыҙың, әсәйем,көндәштәрҙән, ирҙән сағылып.Үлермен дә инде мин тиҙҙәнйә имгәнеп, йәки һағынып…Әсәкәйем, әсәкәйгенәм,ҡыҙғанығыҙ, йәлләгеҙ мине!Бер самауыр сәйгә булһа ласаҡырғалап алһағыҙ ине!..Эскәйемә бикләп зарымдыянмаҫ инем бер үҙем генә.Моңом да күп, һағышым да күп,бирһен хоҙай тик түҙем генә…Суйырланып ҡатты бәғерем,туғандарҙан, донъянан биҙҙем.Башҡайымды йәшләй ашатҡас,ҡарғамайса нишләйем һеҙҙе?..Атыр микән бәхет таңҡайым,мәңге әллә төн торор микән?Ҡайғы-хәсрәт, таш ярсығылай,йөрәгемде тик ҡырыр микән?..Күрә алмай яҡты көндәрҙе,һалҡын гүргә инермен инде.Ҡара баҙҙа Көндө һағыныпшиңгән гөлдәй шиңермен инде…Әсәкәйем, әсәкәйгенәм,ҡыҙғанығыҙ, йәлләгеҙ мине!Бер самауыр сәйгә булһа ласаҡырғалап алһағыҙ ине!..”
Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[9 июля 2012] | Просмотров: 2556 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Үткән йылдар моңо 6(поэма) HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/4059-1198tk1241n-yyldar-mo1187o-6poema.html]Үткән йылдар моңо 6(поэма)[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newsliteratura/4059-1198tk1241n-yyldar-mo1187o-6poema.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}