Новости » Слово автору | ||
Ленин үҙе “халыҡтар төрмәһе” тип атаған Рәсәйҙә быуаттар буйына тотҡонлоҡта интегеүсе сал бөркөткә — башҡорт халҡына (һәм башҡа халыҡтарға!) ошонан башҡа нимә кәрәк ине һуң?!. Бына ниңә большевиктар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тоташ-тоташ халыҡтарҙы үҙ ауыҙына ҡаратҡан, үҙ юлына төшөргән, большевизмдың иҫәпһеҙ күп эске һәм тышҡы дошмандарын да шул арҡала яуҙарҙа еңеп сыҡҡан. Большевиктарҙың зирәк сәйәсмәнлеген дә, халыҡтарҙың күҙен быуыр һәләкәтле көскә эйә хәйләкәрлеген дә күрһәтеүсе албырғатҡыс-әүрәткес был бөйөк Декларация… Лениндың һуңғыраҡҡы үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, ике донъя боғаҙға боғаҙ алышҡанында “беҙ шуның өсөн оттоҡ: Антантаның беҙгә ҡаршы ташлай алырлыҡ үҙ ғәскәрҙәре юҡ ине инде, ул ваҡ халыҡтар көстәре менән хәрәкәт итергә тейеш ине, ә ваҡ халыҡтар, уларҙың эшселәре һәм крәҫтиәндәре генә түгел, ә хатта эшсе халыҡты һатҡан буржуазияһының тәртипле өлөшө лә, һуңғы сиктә беҙгә ҡаршы барманылар” (Әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы, 5-се баҫма, 39-сы том, 395-се бит). Ленин әйткән ул “ваҡ халыҡтар”ҙың береһе булмыш башҡорт халҡының үҙенә ерле автономия яулап көрәшеүе лә, большевиктар гәрсә уға күрәләтә лә, аҫтыртын да төрлөсә аяҡ салһа ла, ғәмәлдә шул уҡ большевиктар программаһы һәм декларацияһы асып биргән “изге юл”дан барыу ине түгелме ни?! Вәлидовсылар ҙа бит тәүҙә үҙҙәренең милли сәйәсәтендә большевиктар тарафынан ҡағыҙға яҙылған шул ҡыҙыҡтырғыс юҫыҡты эҙмә-эҙлекле тотоп, әммә большевиктар һис тә көтмәгәнсә ҡоро һүҙҙән мөҡәддәс эшкә күсеп, ерле автономияны йәһәт кенә бойомға ашырғандар; эштәре шул ҡоро һүҙ булмағанға ла бит инде большевиктарҙан “дошман” тамғаланғандар һәм дошман булып та йөрөгәндәр — бына ҡайҙа фажиғә… КГБ белешмәләренән: “1917 йылдың майында Мәскәүҙә булған бөтә Рәсәй Мосолман йыйынында ике төп сәйәси ағын (пантюркизмда) моронланы: а) “үҙәкселәр” — мәҙәни-милли автономия яҡлылар; б) “федералсылар” — Рәсәй ҡырыйҙары мосолмандарының ерле үҙ аллылығы яҡлылар. “Үҙәкселәр” (унитарсылар) ағынының башында торҙолар: 1. Әхмәт Цаликов — уң меньшевик, журналист, юрист, милләте буйынса осетин-мосолман, Петроградта Мосолман Шураһы рәйесе булды, һуңынан Төркиәгә сығып китте. 2. Ғаяз Исхаҡов — татар беллитрисы, Мәскәүҙә ҙур типография хужаһы һәм “Ил” гәзите мөхәррире, эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли парламенты ағзаһы булды, һуңынан сит илгә сығып китте. 3. Фатих Кәримов . 4. Садри Мәҡсүтов — Кадет партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы, дәүләт Думаһы ағзаһы, миллионер Рәмиевтың кейәүе, сит илгә ҡасты, — һ.б. Икенсе ағын “федералсылар”ҙың башында Мөхәммәтәмин Рәсүлзада торҙо, Әзербайжандағы “Муссават” партияһы лидеры, һуңынан сит илгә ҡасты. Уға Ҡафҡаз, Төркөстан, Ҡаҙағстан, Башҡортостан вәкилдәре ҡушылдылар, уларҙа “Көнсығыш Рәсәй Мосолмандары Штаттары” ойошмаһының эшләнгән проекты бар ине, уның эсенә Башҡортостан, Татарстан, Ҡырғыҙстан , Төркөстан, Төркмәнстан, Хива, Бохара, Әзербайжан, нуғай һәм ҡалмыҡ ылыҫтары индерелгәйне. Йыйындағы башҡорт делегацияһын 56 кеше тәшкил итте, шул иҫәптән: 1. Ҡорбанғәлиев Әбделхәй — эре башҡорт алпауытының улы. 2. Мерәсев Сәғит — мулла. 3. Йомағолов Харис — Самара гөбөрнәһенән алпауыт. 4. Йәғәфәров Аллабирҙе — земствосы. 5. Ҡарамышев Гәрәй — земствосы. Ул ваҡытта “Бөтә Рәсәй Мосолмандарының Үҙәк Бюроһы” ағзаһы булған башҡорт буржуаз милләтселәр лидеры Зәки Вәлидов йыйын алдынан Бохараны, Төркмәнстанды һәм Ҡырғыҙстанды йөрөп сыҡты һәм йыйынға Бохара делегацияһы эсендә килде”. Ләкин фронттан фиҙакәр коммунист булып ҡайтҡан Сөләймән Мырҙабулатов үҙенең партиялаштарының ошо ике йөҙлөлөгө хаҡында белмәй әле, милли мәсьәләлә Ленин партияһының халыҡтарға азатлыҡ, ирекле үҙ билдәләнеш хоҡуғы биреүенә мөкиббән ышана һәм ғорурлана, һөйөклө Башҡортостанын бойондороҡһоҙ социалистик дәүләт итеп ҡорорға хыяллана. Уның алданыраҡ ҡайтып өлгөргән окопташы Ғәлиәхмәт Айытбаев был ваҡытта Ырымбурҙа Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫланмыш Башҡорт Йөмһүриәтенең 22 инсандан хасил предпарламент (ваҡытлы хөкүмәт) ағзаһы була (ер эштәре буйынса), Шәриф Манатов етәкселек иткән (урынбаҫары — Әхмәтзәки Вәлидов) хөкүмәт идараһына Сөләймән Мырҙабулатов та йыш ҡына инеп йөрөй, ҡайһы бер ултырыштарында ҡатнаша һәм милләт, ер, милли үҙ билдәләнеш тураһында ҡыҙыу фекер алыша. Бөтә донъя революцияһын дөрләтеү юлы менән Ер шарында пролетариат диктатураһын урынлаштырыуҙы маҡсат итеп алған ленинсы-большевиктарҙың донъя-ғаләм тотҡаһы итеп ярлыларҙы ғына иғлан ҡылыуы Рәсәйҙең Сөләймәндәй ябай-ялпы күпселегенең күңел ҡылдарына сиртеп, уларҙы байҙарға ҡарш ы аяҡландырған һәм синфи дошманлыҡ тәрбиәләгән ҡырҡыу дәүерҙә, моғайын, Шәриф Манатовтың, Әхмәтзәки Вәлидовтың, башҡорт йәмғиәтендә, большевиктар өйрәткәнсә, синфи ҡаршылыҡты эҙләп табып үҫтереү һәм синфи көрәш дөрләтәһе урында, “башҡортта бер генә синыф бар — башҡорт милләте” тип, синфи көрәштә үҙҙәренә таянсыҡҡа иң түбәндән фәҡир-фоҡор ҡатламы ғына эҙләп тә маташмауҙары, ә, байғуралар ҡатламы тип тартынмай, дәүләт төҙөү эшендә милләттең Урал тау түбәләреләй өҫкә сурайған иң өлгөр һәм булдыҡлыларына (йәғни “бай һәм кулак”тарына) таяныуҙары С.Ш. Мырҙабулатов һымаҡ окоптарҙа дары төтөнөнән ыҫланып һәм Ленин һүҙҙәренән таҫланып ҡайтҡан “фронт большевиктары”на үтә лә яманһыу һәм ятбауыр тойолғандыр. 1917 йылдың октябрь аҙағы — ноябрь башында Башҡорт Өлкә Шураһы уҙғарған район йыйындарында ла кемдәр башлап һәм етәкселек итеп йөрөгәнен большевизм күҙлегенән ҡарағыҙ: Мораҡ-Ташлы төбәгендә — Әбдрәхимов Шакир мулла (эре кулак), Морапталда — ылыҫ старшинаһы Биккузин Ғәтиәт, Бөрйән-Ҡыпсаҡта — Исхаҡов Мөхәммәтсәлим бай, Йәнсурала — Ҡазан университетының юридик факультетын тамамлаған юрист (дворян) Юныс Бикбов, йәнә килеп Ишдәүләтов Зәйнулла мулла һәм Алсынбаев Мирсаяф имам, ә Хәйбуллала — Аллабирҙин Заһит мулла, Баймаҡта — атаҡлы мулла Ханнан хәҙрәт, Темәстә — атаҡлы Хөсәйенов Әбүбәкер мулла, Әбйәлилдә — Яҡшымбәтов Хажиәхмәт мулла (Ә. Вәлидовтың буласаҡ ҡайныһы), Ҡырғыҙ-Миәкәлә — Имашев Әбелхәйер мулла, Әлшәй-Раевкала — Арыҫланбәков Юлмөхәммәт, Борайҙа — Мирбаисов Насритдин, Балаҡатайҙа — Мөхәммәтов Хәкимйән мулла… Улар бөтәһе лә, эйе, Башҡортостандың милли ерле автономияһы өсөн малын да, данын да йәлләмәй, урындарҙа оло өгөт-нәсихәт һәм ойоштороу эштәре үткәргән, йән атып көрәшкән инсандар, әммә… береһе лә большевиктар яратҡан һәм таянған ярлы-ябаға түгел шул! Башҡорт халҡының был зыялылары, уҙамандары, әгәр ҙә ки урындарҙа ысын большевиктарса эш ҡылғанда, синыф булараҡ юҡ ителергә — һепереп түгелергә тейеш, уларға таяныусылар — буржуаз милләтселәр — Советтар хакимиәтенең иң яуыз дошмандары!.. Мырҙабулатов мотлаҡ шулай уйлағандырмы, юҡмы — билдәһеҙ; әммә ул да, үҙе мөкиббән бирелгән коммунистар партияһының программаһына ярашлы, ерҙе миллиләштереү һәм ярлыларға бер тигеҙ итеп бүлеп биреү яғында тора, ә вәлидовсылар иһә ҡәҙимге йәмәғәти (община) һәм хосуси милекселекте һаҡлап ҡалыу яғында… КГБ белешмәләренән: “1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа Башҡортостандың учредительный йыйыны (ҡоролтай) үткәрелде, унда Башҡортостан автономияһы раҫланды һәм түбәндәгеләрҙән Хөкүмәт ойошторолдо: Рәйес — Сәғит Мерәсев. Рәйес урынбаҫары — Мстислав Ҡулаев. Сәркәтип — Тереголов. Ағзалары: Вәлидов, Шәриф Манатов, Әҙеһәмов, Муллайән Халиҡов, Хәйритдин Сәғитов, Ғәбитов һ.б. Йыйын “айырым дәүләт” төҙөүҙе алға һөрә: “Башҡортостанды, Төркөстанды һәм Ҡырғыҙстанды берләштерергә лә айырым дәүләт төҙөргә… Был мәсьәләлә эшләргә кәрәкле иң ҙур эш — төркиҙәр илен бүлгесләгән диуарҙы емереү”. “Башҡорт” гәзите үҙенең 15-се һанында (1918 й.) яҙҙы: “Хәҙерге яһалма административ бүленеш менән икегә — Истирабад һәм Каспий аръяғы төркөмдәренә сәрпәкләнгән һәм бер өлөшө Фарсыстанға, икенсе өлөшө Рәсәйгә буһондоролған территорияны бер бөтөнгә берләштерергә лә үҙ аллы төрки дәүләт хасил ҡылырға”…
Предыдущая страница | Страница 2 из 4 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[2 августа 2010] | Просмотров: 259 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}