Сит ил инвестицияларын йәлеп итәбеҙ » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдындағы отчет докладында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Башҡортостандың инновациялар һәм инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендәге уңыштары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, былтыр республикала алты технопарк һәм бер технологиялар трансферы үҙәге төҙөлгән. Бынан тыш, үҙенсәлекле программа продукттары менән коллектив файҙаланыу үҙәге, консультация патент үҙәге һәм интеллектуаль ресурстарҙы файҙаланыу лабораториялары барлыҡҡа килгән. Уларҙың эшмәкәрлеге инновацион эшкәртмәләр менән шөғөлләнеүсе субъекттарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.Рәсәй төбәктәренең инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген баһалау һөҙөмтәләре буйынса республика «Иң юғары инвестициялар йәлеп итеүсәнлек кимәле» төп номинацияһында ун иң яҡшы төбәк иҫәбенә инде, ә «Инвестициялар һалыуҙың иң түбән иҡтисади хәүефе» номинацияһында Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды яуланы. Башҡортостандың ышаныслы эшлекле партнер булараҡ ыңғай тәжрибәһе республикаға ҙур ватан һәм сит ил компанияларын йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, тип билдәләне Раил Сарбаев. Былтыр төбәк иҡтисадының төп капиталына 140 миллиард һум самаһы инвестициялар һалынған.

«Башинформ».

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[30 марта 2010] | Просмотров: 196 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0