Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Сығарылыш кисәһе. Сценарий » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 10.09.2019 1 min read
Новости » Культура
Сығарылыш кисәһе(байрам сценарийы)Зал байрамса биҙәлгән: шарҙар, сәскәләр, плакаттар, гәзиттәр. Музыка яңғырай: “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары”.1-се а.б. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар. Бөгөн беҙ ҙур тантанаға йыйылдыҡ.2-се а.б. Йыл һайын да бер үк байрам кеүек:Мәктәп ҡошсоҡтарын осора.Тағы ла бер сығарылыш класы Ҙур тормоштоң юл башында тора. 1-се а.б. 11 йыл элек, 2000 йылдың 1 сентябрендә байрамса кейенгән, шаян, теремек, ҡулсыр, тиктормаҫ малайҙар, сәстәренә ҙур банттар таҡҡан, матур, бөхтә, тыйнаҡ, белемсе, ҡайһы берҙә бәләсел ҡыҙыҡайҙар тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асҡайнылар. 2-се а.б. Мәктәп йылдары уларға бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр: белем, яңы дуҫтар, төрлө осрашыуҙар бүләк итте. Ни арала 11 йыл үткән, хушлашырға көн килеп еткән. 1-се а.б. Хөрмәтле уҡыусылар!Всё в вашу честь:И любовь, и нежность, Раскаты грома в синеве,Зов кораблей, цветенье, свежестьИ мир на маленькой земле.Всё стало так, как вы хотели,И вот настал желанный час:Наряды выпускные вы надели,Цветы и музыка для вас.Йыр яңғырай “Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа…”2-се а.б. Бөгөн беҙ уҡыусыларыбыҙға бик мөһим документ – урта белем тураһындағы аттестаттар тапшырыу тантанаһына йыйылдыҡ. Һүҙ мәктәп директорына бирелә.Аттестаттар, маҡтау грамоталары тапшырыу. Музыка уйнап тора (Хәсәнов Р.С.).Аҙағынан йыр “Птица счастья”. Артабан һүҙ уҡыу буйынса урынбаҫарға, беренсе уҡытыусыға, класс етәксеһенә бирелә.1-се а.б. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа беҙҙең уҡыусыларыбыҙ төрлө яҡлап үҫтеләр, белем тупланылар. Улар менән бергә атай-әсәйҙәр ҙә үҫте, өр-яңынан әлифбаны уҡып сыҡты, яҙырға, һанарға өйрәнде, яңы асыштар яһаны, төрлө ярыштарҙа ҡатнашты, бик күп йырҙар өйрәнде, шиғырҙар ятланы…2-се а.б. Ә иң мөһиме – дәүләт имтихандарын тапшырҙы. Шуға күрә бөгөнгө тантана атай-әсәйҙәр өсөн дә иң шатлыҡлыларҙан һанала. Моғайын, уларҙың да әйтер һүҙҙәре барҙыр.Ҡотлау өсөн һүҙ ата-әсәләргә бирелә. Аҙағынан музыкаль бүләк – “Фатиха” йыры.1-се а.б. Ата менән инә – ике терәк,Ике ҡанат яҙмыш тирәләй.Аталарҙың исем-аты оло,Уң таяныс, уң яҡ дарманың.Инәң һулдан. Ике ярыш ҡанат – Ҡеүәт-ҡөҙрәт алып торғаның.2-се а.б. Әйҙәгеҙ, бөгөн атай-әсәйҙәргә иң йылы хистәребеҙҙе еткереп, рәхмәт әйтәйек һәм хеҙмәттәренә баһалар ҡуяйыҡ.“Мәңгелек мөхәббәт”йыры яңғырай. Уҡыусылар атайҙарға йәки әсәйҙәргә “биш”леләр тапшыра.1-се а.б. Ер йөҙөндә күпме сер бар – асып бөтөрлөк түгел, Күк йөҙөндә күпме йондоҙ – һанап бөтөрлөк түгел.2-се а.б. Ә хәҙер беҙ үҙебеҙҙең йондоҙҙарыбыҙҙы һанап, уҡыусыларыбыҙҙың һәләттәрен барлап, ҡаҙаныштарын билдәләп үтергә теләйбеҙ.“Йондоҙҙар парады” йәки “Йондоҙлоҡтар”(белем, фән, спорт, йәмәғәт эше, оҫталыҡ һ.б.) Һәр бер “йондоҙға” – йондоҙ, диплом йәки миҙал. “Йондоҙҙарға” һүҙ бирелә.“Йондоҙҙарға” уҡытыусыларҙан музыкаль бүләк – “Асылһын ишектәр”.1-се а.б. Ә хәҙер уйын үткәреп алайыҡ – “Парыңды тап” тип атала. Был уйын мәктәптә алған белемгә лә һынау булыр. Һеҙгә берәр һүҙ таратып бирәбеҙ, уның парын табығыҙ. Мәҫәлән, “Спящая красавица”.Уйынсыларға (уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла) һүҙҙәр таратыла, улар бер-береһенә тап килгән һүҙҙе табып, һүҙбәйләнеш яһарға тейеш. Ҡатнашыусыларға – бүләк. Музыкаль пауза. “Ну что сказать, ну что сказать…”1-се а.б. Был йырҙы тиккә генә тыңламаныҡ. Әйҙәгеҙ, киләсәккә уҡыусыларыбыҙға йондоҙҙар нимә юрағанын ҡарайыҡ. Уҡыусылар шарҙарға йәшерелгән юрауҙарҙы алып уҡыйҙар.2-се а.б. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың үҙҙәренең дә хыялдары бар. Хәҙер улар ап-аҡ ҡағыҙға кем булырға теләүҙәрен яҙалар һәм серле конверт эсенә һала баралар. Биш йылдан һуң осрашҡанда конвертты асып уҡырҙар.Конвертты йәбештереп сейфҡа һалып ҡуялар. 1-се а.б. Ә бөгөнгә һеҙ сығарылыш уҡыусылары. Әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр вальста әйләнегеҙ.Вальс “Мәктәп вальсы”. Ошо арала уҡытыусыларға, вальстан һуң уҡыусыларға ла ҡағыҙҙар таратып бирелә – “Энциклопедия школьной жизни” уйыны үткәрелә. Дөйөм вальс. Һуңынан гармунға бейеү.2-се а.б. Мәктәп йылдары бала саҡтың иң мауыҡтырғыс, күңелле йылдары булып хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ. 1-се а.б. Оло тормош юлына аяҡ баҫҡас күп тапҡырҙар был бәхетле, бер хәсрәтһеҙ ваҡытығыҙҙы иҫкә аласаҡһығыҙ.2-се а.б. Ғүмер юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар ҙа, һикәлтәләр ҙә осрар. Уларҙы һеҙ еңеп сығырһығыҙ. Киләсәктә аҡыллы, изге күңелле кешеләр булырһығыҙ, тип ышанабыҙ.1-се а.б. Янығыҙҙа хәсрәттәрегеҙҙе бүлешер, шатлыҡтарығыҙҙы уртаҡлашыр тоғро дуҫтарығыҙ булһын. Һеҙҙең дуҫлығығыҙға бер һынау – “Викторина хором”2-се а.б. Хәйерле юл, егеттәр,Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!Юлдарығыҙ уң булһын!Күгебеҙ яҡты булһын!Уҡыусылар. Һау булығыҙ, мәктәп йылдарыбыҙ, таралабыҙ төрлө яҡ
тарға,Айырылғанда һеҙгә һүҙ бирәбеҙ гел бейеккә – алға атларға!Бәхетле мин, аяҡ терәп баҫа алһам Ер йөҙөнә,Бәхетле мин, оялмайса ҡарай алһам, Илем күҙенә.Бәхетле мин – дауылдарға ҡаршы осор ҡош булалһам,Тау йылғаһы ағымына ҡаршы торор таш булалһам. Бәхетле мин – һәр юл, һуҡмаҡҺаҡлай алһа эҙҙәремде.Елдәр өләшеп йөрөй алһа,

Йылдар буйы йомарт һүҙҙәремде.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[3 ноября 2016] | Просмотров: 1926 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Внутриэтнический опрос по БашФоруму. — Осрашыуҙар, кисәләр, форумсылар саралары — Башҡорт форумдары
Next: Рәсүл Сәғитов байрамы » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025