Новости » Культура | ||
Фән Вәлиәхмәтов 60 йәшлек юбилейын билдәләйБашҡортостандың һәм Татарстандың билдәле артисы Фән Вәлиәхмәтов ҡырыҡ йылдан артыҡ инде сәхнә түрендә йәшен дә, ҡартын да үҙенең тальян моңо һәм халыҡсан да, дәртле лә йырҙары менән ҡыуандыра. Ун ете йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында Бәхти Ғайсин бригадаһында хеҙмәт итеп, ижадын Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында дауам итеүсе йырсы бөгөн республикабыҙҙың Шаран районында донъя көтә. Хөрмәтле тамашасылар, һеҙҙе һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ. Йәшләй халыҡ дәрәжәһен алған йырсыға 60 йәш тулыу уңайынан, 19 февраль Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Фән Вәлиәхмәтовтың юбилей концерты уҙа. Ике республикаға танылыу яулаған йырсы иң популяр йырҙарын һәм тальян моңдарын һеҙгә бүләк итер. Шулай уҡ, программала йырсының ижадташ дуҫтары ҡатнаша. Улар араһында Азат Айытҡолов, Айгөл Һағынбаева, Шамил Хәмәҙинуров, Зифа Нагаева, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Гөлсөм Хәбибуллина, Фәнүнә Сиражетдинова, Рәсилә Сәлимгәрәева, Ришат Ғәлиханов, Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Хәлит Фәтихов, Вәлит Илембәтов, Сибәғәт Яруллин, Фәнүр Ғәлимов, Дамира Сәйетова, Мөфтәдим Ғиләжев, Илнур Ғәзизов һәм башҡа билдәле музыканттар.19 февраль Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Фән Вәлиәхмәтовтың «Йырлы юлдарым буйлап» исемле юбилей кисәһендә көтөп ҡалабыҙ. Тамашаның режиссеры һәм сценарий авторы – Салауат Итбаев. Рәхим итегеҙ! Билет хаҡы: 200-500 һ.Белешмәләр өсөн телефон: 250-77-42
www.bashgf.ru
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[22 января 2011] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}