Встреча выходцев из Гафурийского района в Уфе » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
Ғафуриҙар йәнә осрашаБаш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Ғафури районы студенттарының матур йолаға әүерелгән осрашыуы 22 мартта Конгресс-холда уҙасаҡ. Байрам Республика йылына һәм райондың төҙөлөүенә 80 йыл тулыуға арналыуы менән дә иҫтәлекле буласаҡ.«Табын» яҡташтар клубы үҙ ҡанаты аҫтында эшләп килеүсе студенттар ойошмаһы менән берлектә быйылғы сараны үҙенсәлерәк тә, ҡыҙыҡлыраҡ та итеүгә күп көс һалды. Ғафури районы хакимиәте делегацияһы ла бай программа менән килмәксе. Барлыҡ студенттарға ла, һәр йылдағыса, матди ярҙам күрһәтеләсәк, ә инде яҡташтар ойошмаһы идараһы ағзалары – күренекле шәхестәр – иң яҡшы студенттар­ға үҙ премияларын тапшырасаҡ.Кисәлә, студенттарҙың уҡыуы, киләсәктә уларҙы эш менән тәьмин итеү, тыуған районға ярҙам күрһәтеү юлдары тураһында эшлекле һөйләшеүҙән тыш, төрлө саралар – күргәҙмәләр, китап сауҙаһы, лотерея уйыны, бейеүҙәр, студенттар тамашаһы – ойоштороу ҙа күҙҙә тотола.

Н. ИСКӘНДӘРОВ.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[19 марта 2010] | Просмотров: 206 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0