Ул бөгөн дә, ғәҙәттәгесә, бик иртә уянды. Олоғайғас, ашығыс эштәр көтөп тормағас, йөрәгеңдең һағышын тыңлап, төштә сырмалып өлгөргән уйҙарыңды хәл ҡәҙәренсә тәртипкә килтерергә тырышып, бәлки, ята бирергә лә кәрәктер. Ләкин ҡанға һеңгән булмышыңдан ҡайҙа ҡасаһың? Хәйер, холоҡ-фиғелең, һәр таңды нисек ҡаршылап, кисте ҡалай ослап ҡуйыуың да – үҙең бит инде. Кешенең кем булыры өй ишеген уның тәүге тапҡыр ни рәүешле асып сығыуынан уҡ беленә ул, тиҙәр. Шәп дөрөҫтөр. Изгелектең иртәһе-кисе юҡ, тигәндәй, кеше ғүмеренең таңы нисек атһа, байышы ла шулай булалыр. Мортаза Рәхимов һары таңда шундай фәлсәфи уйҙарға бирелеп ултыралыр, тип раҫлауҙан түгел инде. Байтаҡ йылдар әүәл заводта эшләүе, бер тотам ғына ваҡыт элек республика тип аталған ифрат көйһөҙ арбаны төпкә егелеп тартыуы уның фекерләү рәүешенә барыбер теүәллек бирәлер. Етәксе кешенең тормошонан алыҫ булғандар ошо тормоштоң рәхәтенән михнәте күберәк икәнлекте беләме икән? Әҙәм балаһы быуындан нәҫел итеп бирелә торған түрәлек менән тыумай. Түрәлек сифаттарын йомшаҡ заттарға вазифа менән килеүсе бәғзе өҫтөнлөктәр, йә иһә тирә-йүндәгеләрҙең ярамһаҡлы ҡылығы йоҡтора. Мортаза ағай, республика башына ҡуйылғас һәм ошоноң дауам ителеше булараҡ, тотош Рәсәй күҙе алдындағы фигура булып киткәс, бүтәндәр менән тамаҡ ҡырып ҡына һөйләшә башлаһа, йәки йөрөш-тороштары үҙгәреп китһә, быны һәүетемсә ҡабул итер инек. «Үҙ түремдә үҙем түрә», – тип йөрөүселәрҙең донъяны баҫҡан сағы бит әле. Бынағайыш, Рәхимов үҙгәрмәне лә ҡуйҙы. Ошолай тип аяҡ терәп һөйләшергә хаҡым барҙыр, тип уйлайым, сөнки яҙыу-һыҙыу менән әүҙем булашҡан йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән йыш ҡына осрашырға насип булды. Тәү мәртәбә аяғөҫтө генә тороп һөйләшкәндә ағай завод директоры булып эшләй ине. Журналистарҙың үтенесенә эре генә ҡул һелтәп китә торған, йә булмаһа, башҡортса белмәүендә һылтанған түрәләрҙе лә күргеләйбеҙ. Рәхимов иһә, әҙәби телдән яҙығыраҡ булһа ла, һин дә мин һөйләшә, аралаша, һүҙҙең борослоһон да ҡыҫтырғылап ебәрә. Завод кешеһе бит!
Әҙәм балаһының асылын, ул ни хәтлем генә асыҡ-ярыҡ булмаһын, донъяның төрлө хәлдәрен үтә килә күрәһең. Мортаза Ғөбәйҙулла улының бик елле предприятие етәксеһе вазифаһынан сәйәсәткә нисек юлығыуы тураһында шул заманда уның тирәһендә йөрөгән ҡайһы берәүҙәр хәтерләп яҙып та сыҡҡыланы. Ысындан да, тарихтың ҡайсаҡ бюрократик логика юлынан китмәүе лә хәйерлегә икән. Юғиһә Башҡортостанға баш булып сираттағы чиновник ултырҙы ҡуйҙы тағы. Рәхимовтың СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайланыуы һикһәненсе йылдар ахырындағы сәйәси болғаныштарҙың уртаһына барып инеүе эсендә кер һаҡлай белмәгән эшселәр араһындағы хәйләһеҙлеккә өйрәнгән кеше өсөн ғибрәтле имтихан булғандыр. Горбачев, бәлки, Генераль секретарь һәм Президент вазифаларында сағында, сәйәси һәм иҡтисади системаның сират күперенә килеп етеүен аңламағандыр ҙа.
Бола мәлдәрҙә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы процестарға шаһит булаһың. Кемдер саңлы елдәрҙән, болғансыҡ һыуҙан тайшанып, уларға эләкмәҫкә тырышһа, икенселәр өсөн рустарҙың «Кому война, а кому мать родная» тигән әйтеме ҡулай. Рәхимов, шәхес булараҡ, тәүгеләренән дә, икенселәренән дә алыҫ тора. Әгәр үҙ ғаиләһенең генә хөрлөктә йәшәүен уйлаһа, нефть эшкәртеү заводы директорының матди хәле лә, йәмғиәттәге статусы ла быға ифрат ҡулай. Ә ул, әллә өгөтләүҙәргә ыңғайлап, әллә уйындағы бүтәндәр белеп етмәгән ниәттәр тартыуына бирелеп, Юғары Совет Рәйесе кабинетына инеп ултырҙы. Ҙур дәүләттең йөйһөҙ һүтелгән сағы. Мәскәүҙә хакимлыҡ теҙгенен кемдең тотҡанын аңларлыҡ түгел. Шәйехзада Бабич әйтмешләй, «береһе – «дин» тип, береһе – «мин», тип тартҡылый. «Ул арала союздаш республикалар мөстәҡиллек юлынан китте тип, автономиялылары ла тышаулы бойондороҡһоҙлоҡ, йәғни суверенлылыҡ иғлан итә башланы. Туҡһанынсы йылдарҙың башын трагедия тип атаһаң, үҙаллылыҡҡа ирештек, тип ҡыуанған кешеләрҙе үпкәләтеү була инде. Фарс тиһәң, суверенлылыҡ иғлан ителгәндән һуң бер аҙ ваҡыт Башҡортостан менән Үҙәк араһында тиң мөнәсәбәттәргә ишара күренгәндәй тойолдо. Рәхимовтың, Юғары Совет Рәйесе сифатында, Союз договорын имзалауҙы йәһәтләп йөрөгәне бөгөнгөләй күҙ алдында. Михаил Горбачев, Борис Ельцин ише сәйәсмәндерҙең ысынбарлыҡҡа баһа биреүгә һәләтһеҙ булыуын, Мортаза Рәхимов, Миңтимер Шәймиев кеүек, тормош иләген үткән ирҙәр күрә торғандыр, әлбиттә. Һүҙен мыҫҡаллап ҡына сығарыусы Миңтимер Шәрип улы, дәрәжәләргә ихтирам һаҡлап, өндәшмәйерәк ҡалһа ла, тиҙ тоҡана, бәреп әйтә торған Мортаза ағайыбыҙ, әлеге эшмәкәрҙәргә баһаһын белә ине. Әйткәндәй, Мәскәүҙең идара итеү систамаһын нығытыу һылтауы менән төбәктәрҙең тынын ҡыҫыуынан тотош илдең һулышы ла киңәймәй, быуындары ла нығынмай. Ә мәсьәләнең икенсе яғынан ҡарағанда, Мәскәүҙең төбәктәргә бер ни саҡлы ваҡыт ҡул һелтәп тороуы башында йүнсел хужалар ултырған республикалар өсөн бикәргә булмаған һымаҡ. Тегендәгеләр хакимлыҡ үә мөлкәт бүлешеп мәж килгән арала республикабыҙҙа, яйын табып, ҙур ғына эштәр башҡарып өлгөрҙө. Илме, республикамы, ҡала-районмы, етәкселеккә килгән кешеләрҙең һәр ҡайһыһы тиерлек, эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләй, стратегик һәм тактик ғәмәлдәренең үтәлеү мөмкинлеген самалай, таяныр арҡаҙаштарын туплай.
Мортаза Рәхимов дәртләндергән айырым программалар тураһында, иркенләп, әллә күпме һөйләргә мөмкин. Әммә, ғәжәпкә күрә, Башҡортостан етәсеһе, үҙ мөҙҙәтен көтөп ятҡан һәр эшкә бер юлы тотонмаҡ итте, ахыры. Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы ҡеүәттәрен технологик йәһәттән яңыртыу. Һөрөнтө ерҙәрҙе мәғәнәһеҙ киңәйтеүгә ҡаршы төшөү һәм болон-туғайҙарға тәбиғи тәүге хәлен ҡайтарыу өсөн көрәш. Төпкөл ауылдраға ла заманса социаль инфрасктруктураны еткереү. Ошо юҫыҡтан Ғафури районында, Таҡаты һыртының көнсығышында Толпар ауылы ята. Алыҫ, урман-таулы төбәк. Йүнле юлы ла, күперҙәре лә, хатта электр уты ла булмаған. Рәхимов йыбанмай, толпарҙарға барып етеп, хәлдәрен күреп киткән. Һәм, әлбиттә, республика етәксеһе бер урынға ла күренеү өсөн генә йөрөмәне.
Шулай ҙа бер аҙ дауам итәйек. Ҡала мөхитендә эшләһә-йәшәһә лә, ауыл кешеһе барыбер башкөллө уныҡы булып китмәй икән. Мортаза ағайҙың ауыл проблемалы менән һәр ваҡыт шөғөлләнеүе күп йылдар кәмселектә йәшәгән крәҫтиәнгә рухи мәртәбәне ҡайтарырға теләүҙән килгәндер. «Халыҡтың тамағын туйҙырырға!» – тигән бурыс икһеҙ-сикһеҙ тәбиғи байлыҡтарға эйә булыусы ил алдында торорға ла тейеш түгел. Ләкин юҡсыллыҡ, бахырлыҡ, һуғыштан аҙаҡ ярты быуат ғүмер үткәс тә тупһа янында ғына ине. Рәхимов аңлауынса, баҫыу һәм игенселек, көрәш һәм көсөргәнеш майҙаны булырға тейеш түгел. Орлоҡто тупраҡҡа матурлап күм һәм ер бар ҡылған мөғжизәне ҡыуана-ҡыуана йыйып ал. Шуның өсөн, крәҫтиәнгә хәтәр шәп техниканы исмаһам сит илдән килтереп күрһәтәйек. Ят оҫталарҙан күрмәксе, бәлки үҙебеҙҙекеләр ҙә булдыҡлылығын иҫенә төшөрөр? Башҡортостандың етмешләп сәнәғәт предприятиеһында ауыл хужалығы машиналарын эшләүҙе ойоштороу ана шул «күҙ күрер, күңел теләр» тигәнде раҫлай ҙа инде.Мәғлүмдер, Башҡортостан, майҙаны йәһәтенән бик үк ҙур булмаһа ла, бернисә иҡтисади зонаға бүленә. Далалар, тауҙар, урмандар, ер аҫтының һәм өҫтөнөң байлыҡтары, үҙенсәлектәре халыҡтың кәсебенә, көнитмешенә йоғонто яһай. Хатта шартлы административ ситтәр генә айырған ике районда иҡтисади хәл, тимәк, көнкүреш төрлөсә булыуы ихтимал. Ә ни өсөн? «Нефть табылған төбәктәрҙә, ҙур ҡалалар тирәһендә тормош икенсерәк инде ул», – тиерҙәр һәм бер нисә саҡлы дөрөҫтө лә һөйләрҙәр.Мин 1997 йылдың июлендә хакимәт башлыктарының Бөрйәндә уҙғарылған тәүге күсмә семинарын хәтерләйем. Уның маҡсаты, әлбиттә, түрәләргә экзотика күрһәтеү түгел ине. Сөнки республика етәксеһе төрлө социаль-иҡтисади зоналарҙа халыҡтың төрлө кимәлдә йәшәүен күреп, ошо тиңһеҙлекте бөтөрөү бурысын ҡуйғайны. Тоғроһон әйткәндә, нефтле, ҡалын ҡара тупраҡлы райондарҙа башҡорт ҡәүеме аҙсылыҡта. Улар таулы, урманлы, ҡырыҫ далалы яҡтарға һыйынған. Бәс, ошондағы ерле халыҡтарҙың үгәйһетелгән хәлдә булыуына сик ҡуйырға кәрәк. Һәм бының әмәле табыла башлағайны. Бик оҙон юлдың да осо була. Башҡортостан илен ел-дауыллы осорҙа егерме йыл етәкләгәндән һуң Рәхимов вазифа вәкәләттәрен республика парламенты һайлап ҡуйған йәшерәк кешегә тапшырҙы. Уға ҙур хужалыҡ ҡалды. Көндән-көн өҫтәлә килеүсе бурыстар Мортаза Рәхимовтың вариҫына ла тынғы бирмәҫ. Сөнки ил, халыҡ, ул күҙ терәп торған хужалыҡ ваҡыт һанамай, көс йәлләмәй, эшләүҙе талап итә. Мортаза ағайҙы мин эштән бүтән белмәҫ фанатик тип атамаҫ инем. Ябай һәр кешегә хас уй-хистәр уны ла солғайҙыр, беҙҙең күңелде иркәләгән йыр-моңдар уға ла яҡындыр, беҙгә бары олоғайған ҙур кешене сир-сырхауҙарҙан, аралау, ауыр уйҙарын еңеләйтеү форсаты ғына бирелмәгән. Ләкин Мортаза Рәхимов тигән мөһабәт һын тоноҡланаһы, юғалаһы түгел.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.