Обман или ошибка президента Башкортостана Рустема Хамитова? » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости, Культура
27-се декабрь көнө 18:00 сәғәттәге БСТ каналында РБ президенты БСТ-ны Россия президенты алдында ғәләмәт маҡтаны. Имеш, БСТ башҡорт телендә тапшырыуҙар, шул иҫәптән, ислам экстремистарына ҡаршы башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара, тип. Хатта ул тапшырыуҙарҙы күрше өлкәләргәлә күрһәтәбеҙ, тип. Минеңсә, был дөрөҫ түгел! Р. Хәмитов тарафынан ҡуйылған БСТ-ның етөксеһе Гүзәл Ибраһимова, киреһенсә, башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы япты, телеэкрандан башҡорттарҙың ҡурай моңо һәм халыҡ йырҙары юғалды. Башҡортса тапшырыуҙар тик көндөҙ генә күрһәтелә. Хатта башкортса киноны иртәнсәк күрһәтеп, көндөҙ ҡабатлана, ә тапшырыуҙар программаһын нормаль төҙөгән кеше, кискеһен күрһәтеп,иртөнсәк ҡабатлар ине!Р. Хәмитов маҡтаған ислам диненә бағышланған ЙОМА тапшырыуы БСТ-ла бер ай инде күрһәтелмәй! Был нимә: Р. Хәмитов бөтә илде алдаймы, әллә Г. Ибраһимова Р. Хәмитовты «подставиламы», әллә Р, Хәмитов БСТ-ны ҡарамаймы, хотя бы Г. Ибраһимова тарафынан төҙөлгән программа передачаһын. Ибраһимова мосолмандарҙың БСТ-ла «ЙОМА» тапшырыуын япты (күрәтмәй!), христиандарҙың ПУТЬ К ХРАМУ тапшырыуы күрһәтелә. БЫНЫ НИСЕК АҢЛАРҒА? Мосолман динен тотоусыларҙы һанға һукмаумы? Был Ибраһимованың оло хатаһылыр…БСТ-ла кискеһен, прайм ваҡытында бөтә тапшырыуҙар урыҫ телендә, башҡортса тик яңылыҡтар генә курһәтелә. Башҡорт йәмәгәтселеге, Ҡоролтай ҡайҙа ҡарай ул? Гүзәл Ибраһимова ВСЯ УФА телеканалында эшләгәндә башҡорт телендәге тапшырыуҙарға социаль заказ тип ҡарап өйрәнгөн, ул БСТ-ла башҡорт теле БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ икәнен онотмаһа ине!

Из Башфорума — нажимаем сюда!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (1)
[29 декабря 2010] | Просмотров: 157 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0