[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
“Фоймы күлдәгең баймы“… | Новости » Слово автору |
Бибикамал өләсәй ғүмер буйы һор, ҡара төҫтәге туҡыманан тегелгән күлдәк кейергә яратты. Шулай бер мәл ул Үҙән йылғаһына кер сайҡатырға килә. Тап шул мәлдә биш йәшлек, һаҡау һөйләшкән Рәмил, үтеп барышлай уның өҫтөнә кейгән һор төҫтәге күлдәген күреп ҡала ла, унан:– Оләсәй, ошонан башҡа фоймы күлдәгең баймы? – тип һорай.Ул уға:– Бар, улым, ҡара төҫтә лә, һор төҫтә лә, – ти. Рәмил өйөнә ҡайтҡас, Бибикамал өләсәй ҙә фоймы күлдәге кейгән, уҡыусы булған икән, тип ата-әсәһенә һөйләй.Рәмил ҙур булып үҫеп етә. Юғары уҡыу йортон тамамлай. Гөрләшеп донъя көтә. Һаҡау ҙа һөйләшмәй. Уның “фоймы күлдәгең баймы“ тигән баласаҡ мәҙәктәре генә үҙе бер мәрәкәгә әйләнде.“Минән башҡа ат бөткәнме“?Колхоздарҙың етеш, гөрләп йәшәгән сағы. Бер көндө ауыл бригадаһы йортона элекке ата колхозсы Кәтип таң менән үҙ йомошон йомошларға килә.Ул бригадирға:– Әхмәр ҡустым, бөгөнгә генә бер атыңды яҡындан утын алып килергә биреп тор, – ти.Бригада йортонда эшселәр менән ниҙер һөйләшеп ултырған Әхмәр уға:– Минән башҡа ат бөткәнме? – тип, тегене кире бороп сығарып ебәрә.Бәлмәлә һөйләшеп ултырған ирҙәр уның был һүҙенә эстәрен тотоп көлә башлай. Әхмәр үҙенең тупһыҙлығына, һүҙҙең айышына, мәғәнәһенә һуңлап төшөнә.Аҙаҡ бригадирҙы “минән башҡа ат бөткәнме“ тип, әллә күпме йөҙәтәләр.Сәрүәр Тамъянов.
Бөрйән районы. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[27 апреля 2010] | Просмотров: 200 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}