Яңылыҡтар » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
Һуғыш суҡмарына биш йыл төрмә янай«Салауат Юлаев» хоккей клубының ҡапҡа һаҡсыһы Виталий Колесниктың башын тишә һуҡҡан «Автомобилист» хоккей клубы көйәрмәненә ҡарата «Хулиганлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.Көйәрмән Екатеринбург стадионында барған матч ваҡытында, быяла кәртә аша ынтылып, запас уйынсылар эскәмйәһендә ултырған Башҡортостан хоккей командаһының голкиперы Виталий Колесниктың башына бер нисә тапҡыр тондора. Һуғыш суҡмарын шунда уҡ ҡулға алалар. Екатеринбургтың коммерция фирмаларының береһендә менеджер булып эшләгән 36 йәшлек иргә, РФ Енәйәт кодексы статьяһына ярашлы, 5 йылға иркенән мәхрүм итеү янай.«Йүнсел» директорСтәрлетамаҡ ҡалаһының профессиональ лицей­ҙарының береһенең етәксеһе аҡсалата ришүәт алған саҡта ҡулға алына. Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәренең версияһы буйынса, урта махсус белем тураһындағы дәүләт өлгөһөндәге дипломды теләгән кеше уртаса 6 – 7 мең һумға һатып ала алған. Директорҙың кабинетын тикшергән саҡта оперативниктар 79 мең һум аҡса тапҡан.«Йүнсел» директорға ҡарата дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Р. ЙӘНСУРИНА.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[18 марта 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0