[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Студенттар уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы | Новости |
Педагогия вуздары араһында спартакиада юғары кимәлдә үтте.Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Республика йылына арнап республиканың педагогия вуздары араһында быйыл тәүге тапҡыр спартакиада ойошторолдо. Унда республиканың өс юғары уҡыу йортонан 600-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Буласаҡ уҡытыусылар әле бер вузда, әле икенсеһендә өс көн дауамында 13 спорт төрө буйынса көс һынашты.Ярыштарҙың йомғаҡлау этабы Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында үтте. Бында студенттар дүрт спорт төрөндә көс һынашты. Гер күтәреү буйынса бөрөләр беренселекте яуланы, икенсе урынға СДПА студенттары лайыҡ булды. Еңел атлетика буйынса ярыштар буласаҡ уҡытыусылар араһында иң етеҙҙәрҙе асыҡларға ярҙам итте. Йүгереү һәм һикереү буйынса ярыштарҙа БДПУ командаһы үҙен тап шундай итеп күрһәтте лә. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы СДПА менән БДПА командалары бүлеште. Уҡ атыш ярышында иһә З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенттары үҙҙәрен иң мәргәне тип танытты. Икенсе урында – БДПУ командаһы, өсөнсөлә – БДПА уҡсылары. Бөрөлә шулай уҡ спорториентир буйынса ла ярыштар үтте. Әлбиттә, был һынауҙа бөрөләр етеҙерәк булып сыҡты. Икенсе урынды – стәрлетамаҡтар, өсөнсө урынды өфөләр алды.Ярыштар һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Спартакиаданы йомғаҡлау тантанаһы Бөрө ҡалаһында үтте. Тантанала БР Хөкүмәтенең фән һәм мәғариф бүлеге етәксеһе Альберт Ҡорманов, БР мәғариф министры урынбаҫары Елена Козлова ҡатнашты. Альберт Сафуат улы педагогия вуздары араһында БР Хөкүмәте кубогына ойошторолған спартакиаданың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Ярыштарҙың дөйөм йомғаҡтары буйынса, беренсе урынды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты яуланы. Икенсе урынға Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы командаһы лайыҡ булды. Өсөнсө урында – Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы. С. ЛОТФУЛЛИНА.»Йэшлек» гэзите сайтынан.
hылтанма: www.yeshlek-gazeta.ru |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[26 мая 2010] | Просмотров: 11 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}