9 майға – туғыҙ фильм! » Главные сайты Башкортостана

120-5781788 ban_mag-1854294 mini_1087-8566623 yeshlek_120-1558435

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
9 майға – туғыҙ фильм! Новости » История
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына документаль фильмдар циклы әҙерләне. «Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» тип аталған тележурнал туғыҙ фильмдан тора һәм республикабыҙҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләй. Һуғыш башланғас та иғлан ителгән мобилизация ниндәй райондарҙа айырыуса ойошҡанлыҡ менән үткән, ҡайһы ра­йон яуға иң күп һалдат оҙатҡан? Башҡортостанға нисә кеше һәм ниндәй предприятиелар эвакуация­ланған? Республикабыҙҙан фронтҡа алынған 72 меңдән ашыу аттың ни өсөн берәүһе генә әйләнеп ҡайтҡан? Еңеү хәбәрен баш ҡалабыҙҙа беренсе булып кемдәр ишеткән һәм еңеүселәр тейәлгән беренсе эшелон Өфөгә ҡасан килгән?26 апрелдән һәр көн киске сәғәт 9-сы яртыла Башҡортостан юлдаш каналында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына бағышланған «Башҡортостан – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» документаль тележурналын ҡарағыҙ.

Т. АМАНОВ.

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 апреля 2010] | Просмотров: 88 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{sms}

{allpages}

Комментарии 0