Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Мин ышанмаҫ булдым ысыҡҡа ла — Ялған — таңғы урам, талғын ел… Тыуыуым да минең ялған икән, Ялған икән минең тыуған ил! Хоҙай беҙҙе шулай ҡарғанымы? Уҫал яҙмыш шулай көлдөмө? Башҡайыма ҡойоп илайыммы Нигеҙемдән ҡалған көлөмдө? Беҙ лайыҡтыр инде был яҙмышҡа, Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр… Былай түгел, тиһәң, яҙмышҡынам Киреһенә мине ышандыр! Бөжәктәр ҙә үҙ тигәнсә йәшәй… Мин дә бит һуң, яҙмыш, бер балаң! Киләсәгем минең аҡ томанда, Үткәндәрем минең — Юғалған… Ҡайһы тарафтарға атлаһам да, Юҡ, белмәйем һаман юл яйын… Өйрәт, ҡайҙа мин йәшәйһе донъя? — Һүҙең ҡыҙғанмасы, Хоҙайым! Беләһең бит юҡһа барлыҡ серҙе — Мәңгелектең, мәлдең серҙәрен! Шуны белгән килеш, Хаҡ Тәғәләм, Ниңә мине Ергә ебәрҙең? Кәңәшләшкем килә — өндәшмәйһең. Шикләнәм мин… Тауҙар уйыла… Ғәләмдең саф керпегенән һаман Көмөш йәштәр өҫкә ҡойола…
1989
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 203 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}