Новости » Слово автору | ||
Мин эшләгән ауылда китап магазинында Рәмилә исемле ҡыҙ эшләй ине.Бер саҡ уның менән һөйләшеп торабыҙ. Шул саҡ магазинға йүгереп башланғыс класс уҡыусылары кереп тулдылар:– Апай, беҙгә икенсе класс өсөн дәреслектәр алырға кәрәк, – тине аранан бер ҡыйыуырағы. Ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙән айырылаһы килмәй генә Рәмилә асыуы килеп:– Китап алырға тип йөрөйһөгөҙ ҙә ул, күстегеҙме һуң? – тип һораны.Бәләкәй балалар был турала белмәйҙәр ине, Рәмилә уларға:– Барығыҙ, мәктәпкәме барып йә өйөгөҙгә ҡайтып белеп килегеҙ, – тине.Ул йылдарҙа всеобуч тигән закон булғанлыҡтан, балаларҙың бер класта ике йыл ултырып ҡалыу осрағы булмай торғайны. Һатыусының эшләргә иренеп кенә әйткән һүҙе ине был.Балалар дәррәү сығып йүгерҙеләр. Ҡотолдом быларҙан тип шатланырға ла өлгөрмәне һатыусы, булалар туҙан туҙҙырып йүгереп, магазинға кире килеп тулдылар ҙа:– Күскәнбеҙ, икән, апай, китап алырға ярай! – тип ҡысҡырыштылар, ә һатыусы һуҡрана-һуҡрана китап һата башларға мәжбүр булды.
Зинәйҙә ДИНИСЛАМОВА.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 апреля 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}