Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Күктән һеңгән изге был яңғыраш Мөлдөрәмә тулды йәндәргә!.. Күпте күргән үҙ татарын Сәйҙәш Моңға ҡойондорҙо таңдарҙа. Татар йәнендә ул йәшәү көсө Булып мәңгелеккә ҡабынған — Аҫыл көсөн тере һаҡлар халыҡ, Йәндә был моң иҫән сағында! Беҙҙең көндә таңдай гүзәл итә Үлмәҫ, тынмаҫ, серле таң ҡошо. Ҡара дәһшәттәрҙән йолоп ҡалыр Бөйөк балҡыш — Сәйҙәш балҡышы! Тәбиғәттең үҙенән ул килгән, Сихри тулҡын булып ҡалҡынған. Бөйөк эштәр көтәсәк был донъя Үҙ Сәйҙәше булған халҡымдан! Юҡ, был исем генә түгел! Асылы ул беҙҙең яҙмыштың! Шуға шаулап йәшәгеләр килә Йәндә саҡта шундай яҙмыш, моң! Офоҡтарға һыймаҫ мәғрур көйөң Мөхәббәтле итте һәр көндө — Сәйҙәш үҙе тотош музыканан Ҡойоп ҡуйған һәйкәл шикелле!
2005
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 241 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}