Рәми Ғарипов. Ҡыш әкиәте » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Культура | ||
| Ҡыш әкиәте Сал ҡыш миңә ниҙер һөйләй, Мин шыуған һайын. Ә саңғыһыҙ шыуа күктән Нур ҡойған айым. Әкиәттәге кеүек урман!.. Кугелйем төҫлө. Ҡарға сумған ҡарағайҙар Шундай хуш еҫле! Гүйә, күктән ҡайындарға Яуған йондоҙҙар — Ем-ем килеп емелдәшә Елбәҙәк ҡарҙар. Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай, Алдымдан елә. Ҡыуып етеп, көрткә үҙен Күмәһем килә. Алһыу алма һымаҡ янған Уның биттәре, Бәҫ һарыған сәс толомон, Күҙ керпектәрен… Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән Ҡыуам да ҡыуам. Юҡ, мин һине тапмайынса Һис тә туҡтамам!.. Тик һин төштә булһа ла кур Яңғыҙ эҙемде, «Яратам», тип ҡарға яҙған
Ҡайнар һүҙемде!..
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [11 октября 2010] | Просмотров: 257 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0