Рәми Ғарипов. Телефон мөхәббәте » Главные сайты Башкортостана

ban_mag-9616549 prez-4476528 mini_1087-1266554 yeshlek_120-7620741

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Рәми Ғарипов. Телефон мөхәббәте Новости » Литература
Телефон мөхәббәте Көтмәгәндә тилбер бармаҡтарың Телефондан һандар йыйғанда, Яңылыштан ғына миңә ҡапты, Яңғыҙлыҡтың ғәмен тойғандай. Ишетелде көндәй көләс тауыш, Кем уйлаған был наҙ барлығын! Аһ, ул көлөү — көмөш шөңгөр моңо – Тик ҡолаҡта ҡалды һарлығып. Һиҙмәнең һин шағир иләҫлеген, Аңлайышһыҙ ул мәл күптәргә: Ул мәл уны йә упҡынға бырғый, Йә упҡындан сөйә күктәргә. Диңгеҙҙәге ғәрәсәттән, гүйә, Иҫән ҡалған яңғыҙ юлсыға Өмөт нуры булып ҡабындың да Йыр булмайса һүндең йырсыға…

При подготовке стихов Рами Гарипова использовался сайт: 98449.dyn.ufanet.ru/

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[12 октября 2010] | Просмотров: 36 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{allpages}

Комментарии 0