Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Әйткән һүҙ – атҡан уҡмы, йәки йәштәр ҡоролтайына постскриптум » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 08.12.2010 1 min read

ban_mag-1577724 prez-3771692 yeshlek_120-3115736

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Әйткән һүҙ – атҡан уҡмы, йәки йәштәр ҡоролтайына постскриптум Новости » Слово автору
Мөһим бер саранан ситтән ҡалғанмын, тип үкенеп бөтә алмайым. Ул да булһа 19 ноябрьҙә уҙғарылған Ишембай ҡалаһы һәм районы йәштәренең ҡоролтайында ҡатнаша алмауым. Йәш кеше булараҡ һәм йәштәр тормошона битараф булмаған әҙәм булараҡ, был йәһәттән ҡайһы бер фекерҙәрем менән мин дә бүлешер инем. Шулай ҙа, һуң булһа ла булһын, тик булһын, тигәндәй, район гәзитендә баҫылған репортаждан был сараның эстәлеге менән танышҡандан һуң, уға ҡағылышлы кинәйәләремде яҙма рәүештә еткерергә булдым.Ишембай йәштәренең тәүгеләрҙән булып үҙ ҡорон йыйырға баҙнат итеүе бары хуплауға лайыҡ. Бында урындағы хакимиәттең йәмғиәт үҫешендә йәштәрҙең роле әһәмиәтле икәнлеген аңлауҙан киләлер. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында республикала ихтирамлы гәзиттәребеҙҙең береһе “Киске Өфө”гәзите редакторы Гөлфиә Янбаева, Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин, уның ҡорҙашы Тимур Лоҡманов булыуы сараның мөһимлеген дәлилләй. Районыбыҙҙың төрлә ауылдарынан килгән йәштәрҙе берләштереү, һәм улар алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләү һәм берҙәмлеккә этәреүҙә ҡоролтай үҙ ролен мотлаҡ уйнар. Бында Тимур Лоҡмановтың: “Йәштәр советы киң формат алырға, уның тармаҡтары һәр район, ҡалаға, һәр мәктәпкә етергә тейеш”, тигән һүҙҙәренә баҫым яһар инем. Һәм беҙгә бөтәбеҙгә лә ошо маҡсатты нисек тормошҡа ашырыу өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. Ә әлегә ҡоролтайҙа күтәрелгән ҡайһы бер мәсьәләләргә айырым туҡтап, байҡау яһап үтергә ине.Тәрбиә ғаиләнән башланаӘлбиттә, йәштәребеҙ араһында алкоголизм, наркомания кеүек насар ғәҙәттәр( ғәҙәт кенә түгел, афәттәр!) таралыуы ҡоролтайҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең береһе булыуы тәбиғи. Был тема бар яҡлап йәмғиәттә лә ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙыра. Әммә эт олой тора, бүре йөрөй тора тигәндәй шешә һәм наркотик ҡолона әйләнгән йәштәр аҡылына килергә бик йыйынмай. Бында был афәттән ҡотолоу юлдары эффектив булмауҙан түгел, ә ныҡышмалылыҡ һәм берҙәмлек етмәүҙәндер. Айырыуса ата-әсәләр яғынан. Балаларының насар ғәҙәттәргә бирелеүен улар бик һирәк үҙҙәренән күрмәй. Нимә ул араҡы,наркотик, никотин? Улар яһалма рәүештә ыңғай эмоциялар тыуҙырыусы, кешегә рәхәтлек хисе биреүсе матдәләр. (Ололар ҙа тап ошо маҡсатта уны ҡуллана, шулай түгелме ни?) Тимәк насар ғәҙәттәргә бирелгән йәш-елкенсәк ғаиләлә алып еткермәгән ыңғай эмоцияларҙы шулай тулыландыра. Тимәк, беҙҙән ололарҙан, иң беренсе ата-әсәнән, нимә талап ителә? Балаларыңды ихлас(!) яратыу, шул яратыуыңды һәр ваҡыт беледереү, һәм уларҙы үҙ аллы шәхес булараҡ ҡабул итеү!Тәрбиә ғаиләнән башлана. Был һүҙҙәрҙе уңайы тура килгән һайын ҡабатларға яратһаҡ та, ғилләһенә төшөнөп етмәйбеҙ, ахыры. Бөтә атай-әсәй был хәҡиҡәтте таный, әммә үҙенә ҡағылышлы икәнен аңғармай. Әгәр аңлаһа, һәм ошо хәҡиҡәт артынан барһа, йәштәребеҙҙҙең насар ғәҙәттәргә ылығыуы күпкә кәмер ине. Шулай түгелме ни? Сөнки, бар белгестәр бер һүҙҙән, бала – ололарға, тәү сиратта ата-әсәһенә эйәреп, йәшәргә өйрәнеүе хаҡында тылҡый. Бөгөнгө көн дә бер байрам эскеһеҙ үтмәй. Йәш быуындың аңында күңел асыу – ул һәр ваҡыт спиртлы эсемлектәр менән бәйле икәнлеге ныҡлы урын ала шулай. Бөгөнгө ата-әсәләргә тәрбиә менән айырым шөғөлләнергә ваҡыт табыуы ла ҡыйыныраҡ (бында һылтауҙар мең төрлө булырға мөмкин, көнө буйы эштәмен, ваҡыт юҡ, бала менән нимә эшләргә белмәйем, ул өйҙә тормай һ.б.), үҙ ыңғайына бирелгән бала сит факторҙарға бирешеүсән булып үҫә. Шул иҫәптән насар ғәҙәттәргә лә.Ә инде Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фәнзил Тәлғәт улы Әхмәтшиндың “Айыҡ ауыл” тигән конкурс иғлан итергә саҡырыуы иғтибарға лайыҡ. Йәмғиәтебеҙҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙа бик шәп булыр ине, минеңсә.Ятып ҡалғансы – атып ҡалЙәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа ылыҡтырыу кеүек мөһим мәсьәлә күтәрелеүе лә заман талабы. Булдыҡлы йәштәр етерлек бит. Эх, үҙ эшеңде асһаң ине, тип күптәре хыял итәлер. Уларҙы бер аҙ ойоштороп, этәргес көс биреп тигәндәй, ебәрергә кәрәктер. Сөнки хыял итеү бер, ә уны тормошҡа ашырыу икенсе. Нимәнән башларға, ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә, был йәһәттән ниндәй льготалар барлығын улар белмәй. Күп изге ниәттәр шулай шик-шөбһәләр, баҙнат итмәү, ҡыйыуһыҙлыҡ бизмәнендә йотолоп ҡала. Үкенескә ҡаршы, атып ҡалғансы, ятып ҡалыуҙы хуп күрә йәштәребеҙ. Кемдер ата-әсәһенең иҫәбендә ятыусы “паразит”ҡа әйләнә, кемдер һис бер ҡасан килмәҫ “иртәгә” менән йәшәй, кемдер был донъянан нимә теләгәнен аңлай алмай. Әлеге лә баяғы ғаиләләге тәрбиә һөҙөмтәһе был. Беҙ күптәребеҙ тормошобоҙҙағы ҡыйынлыҡтарҙы сит факторҙарға һылтап ғәҙәтләнгәнбеҙ. Э
ш юҡ, йә эш хаҡы әҙ, йә етәксе – ҡәбәхәт, йә заманаһы ауыр, бар нәмә ҡиммәт,власть – шайтандар ояһы, өйҙә лә мине аңламайҙар…. Был – тулыһы менән уңышһыҙ кешенең комплексы. Бындай уйҙар менән уңышҡа ирешеүе мөмкин түгел. Тормошҡа ҡулланыусы булараҡ ҡына ҡараһаң, ул да һине “ҡуллана”. Шуға ла был уңышҡа ирешергә теләгән кешенең тәүге уйы – “Мин был донъяға нимә бирә алам?” тигән һорау булырға тейештер. Ошо һорауға яуап тапһаң, уны үҙеңә лә именлек һәм бәхет сығанағы( шул иҫәптән килемле лә) итеү мәсьәләһе баҫа. Был универсаль ҡанун, һәм йәшәйешебеҙҙең теләһә ниндәй өлкәһендә ҡулланыла ала.Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн Башҡортостан республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм халыҡты хеҙмәтләндереү академияһы менән берлектә ике аҙналыҡ курстар (6-нан алып 18 декабрьгә тиклем) ойоштороуы яҡшы башланғыс, минеңсә, был йәһәттән. Курстар ВУЗ студенттарына, эшһеҙҙәргә, йәиһә эштән ҡыҫҡартылыу ҡурҡынысы аҫтында булғандарға, яңы үҙ эшен асҡан, һәм субсидия рәүешендә финанс ярҙам алған эшҡыуарҙарға тәғәйенләнгән, ти хәбәр итә Башҡорт мәғлүмәт агентлығы. Тик курстар уҙасаҡ райондар исемлегендә беҙҙең район булмауы күңелде ҡырҙы,әлбиттә. Шулай ҙа, шундай уҡ курстарҙы үҙебеҙҙә ойошторһаҡ, ҡалай шәп булыр ине. Урындағы билдәле эшҡыуарҙарҙы саҡырып, тәжрибәләре, нисек эш асып ебәргәндәре, ниндәй ҡыйынлыҡтарға осрағандары хаҡында һөйләтһәк – насармы ни? Район гәзиттәрендә эшҡыуарлыҡҡа бағышланған рубрика асып ебәрһәләр,иш янына ҡуш булыр ине. “Иң яҡшы бизнес-план ” тигән конкурстар ҙа хәҙер популяр. Әйҙә, ҡоролтайҙа тәҡдим ителгәнсә ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсептәрен заман талаптарына яраҡлаштырып, килем алыу ысулдарын эҙләп ҡараһындар. …Әтеү, ана һуңғы хәбәрҙәргә ярашлы Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны арта бара икән.Райондыбыҙҙың булдыҡлы йәш эшҡыуарҙарының береһе Рәил Әхмәтйәновтың ҡоролтайҙағы сығышында әйткән һүҙҙәре менән килешмәй булмай: “Эшҡыуарлыҡ – киләсәгеңә үҙ аллы юл ярыу”. Өҫтәп шуны әйтер инем, ниндәй өлкәлә генә эшләһәгеҙҙ ҙә, ниндәй генә маҡсаттар менән йәшәһәгеҙ ҙә, киләсәгегеҙ һис бер нимәгә ҡарамай үҙ ҡулығыҙҙа икәнлегенә ышанығыҙ, йәштәр! Сөнки һеҙ, йәмғиәтебеҙҙең иң өлгөр, иң сағыу, иң амбициялы ҡатламы!Нөктә ҡуйыр алдынан..Ҡоролтайҙа күтәрелгән проблемалар былар ғына түгел, әлбиттә. Мин уларҙың иң мөһимдәренә генә (үҙемдең күҙлектән) бер аҙ ҡағылып үттем. Сөнки районыбыҙҙың сәскә атыуын теләһәк, йәштәргә төп баҫым яһарға кәрәк икәнлеге көн кеүек асыҡ. Иң беренсе сиратта, һәр ауыл биләмәһе советында булған йәштәр буйынса эш бүлектәренең эшен әүҙемләтергә, урындағы йәштәрҙе ойоштороу эшенә ныҡлап ҡушырға кәрәк. Минеңсә, улар был юҫыҡта эштәрен бик һүлпән алып бара. Ауыл мәҙәниәт һарайҙары һәм клубтары менән берлектә ниндәйҙә булһа саралар үткәреү уларҙың ҡулынан килерлек бит!Тағы ла шуны өҫтәп әйтер инем. Саралар булып тора,( аллаға шөкөр, һылтауҙар етерлек), тик ҡайһы берҙәре шунда уҡ онотола. Ишимбай йәштәренең тәүге ҡоролтайы һуңғылар исемлегенә кермәй, йәштәребеҙҙең генә түгел, бар район халҡының тормошонда яңы матур һәм файҙалы башланғыстарға нигеҙ һалыр тигән өмөттәмен. Ә инде Ишембай ҡалаһы һәм районы башҡорт йәштәре ҡоролтайы советы рәйесе Айнур Ҡотошовҡа уңыштар теләп ҡалам!Автор: gulshat

http://www.bash-portal.ru/blog/show/74/124…an-u1185my.html

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[6 декабря 2010] | Просмотров: 20 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{allpages}

Continue Reading

Previous: Рәми Ғарипов. Телефон мөхәббәте » Главные сайты Башкортостана
Next: Блоги » gulshat » Мөхәмәтша Буранғоловҡа — дан! » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025