Октябрьҙа Турцияға барып ҡайттыҡ. Ял итеү. — Ял, туризм, һунар, балыҡ тотоу — Башҡорт форумдары
Отправлено 08 Декабрь 2016 — 12:53
Октябрь айында Төркиәгә барып ҡайттым. Ял итергә. Эшкә урынлашырға тәҡдим иттеләр. Кемгә ҡыҙыҡ, һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ. Вис һөйләйем))) Ваще оҡшаны, шуға бында яҙырға булдым)))
Отправлено 19 Март 2018 — 08:19
Октябрь айында унда бархатный сезондыр инде?
Отправлено 17 Апрель 2018 — 08:41
Админ,ҡалырға ине. Эш тәҡдим иткәс ни!
Отправлено 17 Апрель 2018 — 08:58
Вапче, онотоп барам ул Төркиәне))) 2 йыл үтте бит Унда тәҡдим иттеләр. Мин инде Өфөгә ҡайтҡас Екатеринбургтағы фирма эш тәҡдим иткәс яҙған инем, по возрасту нам не подходите тинеләр))Шуныһы ҡыҙыҡлы, башҡорттар тураһында бер генә урында баҙарҙа әйттеләр. Башҡалар төрөксә аралашҡанда мине ҡаҙаҡ йә татар тип танылырар!)) Отельдә эшләгән повар яныма килеп «Беләм мин башҡорттарҙы, улар татарҙар кеүек. Беҙҙә лә бер татар йәшәне — тарихсы Зәки Вәлиди! — тип ҡаңғыртты»)))Мин әйтәм — Ул как раз татар түгел — ул башҡорт! Аңлата алдым, тик ышанманы)
Отправлено 05 Ноябрь 2018 — 03:48
Беҙ ҙә барып ҡайттыҡ Төркиәгә. Аналогичная ситуацияларға осраныҡ. Татарҙар, тип төҫмөрләнеләр. Урал уларға аңлатты. Төрөктәр&курдтар булған күренеш кеүек татар&башҡорт бар, тип. Бер-береһенә бик яҡын ике халыҡ, ләкин улар икеһе ике төрлө, айырмалары ҙур ғына. Беҙҙең өсөн. Әйткәндәй, төрөктәр курдттарҙы әллә ни яратмайҙар икән (Урал ҡолаҡҡа шыбырланы). Беҙҙә лә шулайыраҡ бит) Шул уҡ хәлде әхирәтем һөйләне. Уның иптәшен ҡаҙаҡҡа оҡшатҡандар. Донъя шулай әленән-әле аптыраптып тора шул. Айырыуса, сәйәхәт итеп ҡайтһаң. Һоҡландыра, ғәжәпләндерә, ҙурыраҡ һығымталар яһарға мөмкинселектәр бирә.

Отправлено 09 Ноябрь 2018 — 11:51
хреново булды!((((
Отправлено 15 Ноябрь 2018 — 10:33
Беҙгә оҡшаны былай. Сезон аҙағы, ныҡ эҫе түгел, емештәр бешкән ине. Майҙа иһә унда шау сәскә була, тинеләр. Иртәнсәк бер төрлө сәскәләр еҫе, төш — икенсе, кис-өсөнсө һ.б.
Комментарии 0