Новости » Литература | ||
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаТабыр һәр кем һис юғында Тылсымлы матур бүләктәр,Ҡабул булыр бар теләктәр.Балалар түгел, ҙурҙар ҙаМөғжизәгә ышана.Бүләкһеҙ ҡалмайым тиеп,Ҡыш бабайға хат яҙа.Мин дә һорап яҙҙым әле»Башҡортостан тауары»н.Шыршы аҫтында ҡалдыр, тип,Ҡымыҙ эсеп ҡарармын.Ҡымыҙ эскәс, дәрт тә артыр,Ап-аҡ ситек кейермен.Йәшлек утын тоҡандырып,Тыпырлатып бейермен.Тағы һораным бабайҙанИке улыма банан.Маймыл йылын ҡаршыларғаКәрәк булыр, тип, туған.Иремде лә онотманым,Ит турағыс һораным.Ярҙам итер һәр эштә,Мин бит «хитрый» фәрештә.Оят булһа булыр инде,Әсәй ярата гәзит.Аҡ һаҡалтай, «Йәшлек» килтер,Әсәйемә бүләк ит.Эй, дуҫтарым, яҙҙым әле,Ҡыш бабайға ышанып,Һеҙ ҙә ултырып яҙығыҙ,Буш ҡалмағыҙ, тик ятып.Яңы йылдар матур килһен,Тыныс торһон күк йөҙө.Бәхет бурандары яуһын,Тултырып һәр бер өйҙө.Рита АҠКИЛДИНА.Күгәрсен районы,
Аралбай ауылы.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 декабря 2015] | Просмотров: 163 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}