Легендалар һәм риүәйәттәр (Сөләймәнов)-18 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
д)Мөхәббәт яҙмышы темаһына бағышланған риүәйәттәр.Үткән быуаттар төпкөлөндә булған хәлдәр хаҡында һүҙ сыҡҡанда, ғәҙәттә, дин, шәриғәт, феодаль мөнәсәбәттәр тантана иткән шарт-тарҙың мөхәббәт менән уртаҡлығы булыуы мөмкин түгел тигән-ерәк фекер үткәрелеүсән. Әммә фольклорыбыҙ, был осраҡта риү-әйәттәребеҙ шуның киреһен раҫлай. Ә бына шул мөхәббәт тигән мөҡәддәс тойғо бәхетлеме-юҡмы – уныһы инде мәсьәләнең икенсе яғы. Бындай риүәйәттәрҙең байтағы һөйгән егете менән ҡауышыу-ҙан мәхрүм ҡыҙҙың фажиғәһен бәйән итә. “Көнһылыу” риүәйәте-нең героиняһының яҙмышы – ана шудайҙарҙың бер типик миҫалы. Һөйгән егете менән ҡауыша алмайса, яратмаған кеше менән йәшәргә мәжбүр ителгән бик күп, бик күп бәхетһеҙ ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмшын ул бер үҙ генә лә кәүҙәләндерәлер, моғайын. Формаль яҡтан ҡарағанда, иш һайлау өсөн, Көнһылыуға киң мөмкинлектәр бирелгән: “уны күргән егеттәр торған ерҙән иҫһеҙ булып ҡалғандар”, Ҡаҙан мырҙаһы Аҡсура бай ҙа уны там итә, хат-та Алексей батша ла, үлеп ғашиҡ булып, ул алырҙан, был алырҙан ҡала, тик бисәһенән шөрләүе, динененең ике бисә алыуға ҡаршы булыуы ғына был теләгенән баш тартырға мәжбүр итә. Әммә ҡыҙ көтөүсе егет Арыҫланды ярата. Бының менән халыҡ, никах бәхетле булһын өсөн мал-монаят, ирҙең дәрәжәһе түгел, ә саф мөхәббәт ке-нә гарантия тигән идея һалған был риүәйәткә. Шуның менән иде-аль ғаилә идеалы хаҡындағы хыялын сағылдырған. Әммә идеал шуның өсөн идеал, ул, уй етһә лә, буй етмәй, ҡоро хыял булып ҡына ҡалыусан. Әле һүҙ барған риүәйәттең сюжетын хасил итеүсе мөхәббәт яҙмышы ла, төкмә-төк шул фекергә тап килә. Ҡыҙының теләге менән иҫәпләшмәй, уны Аҡсураға бирергә һүҙ ҡуйышыуы етмәгән, Арыҫлан менән Көнһылыуҙың ҡауышыу юлына иң яман кәртәне мәкер мулла ҡора. Көнһылыуға уйнашсы тип яла яғып, Ҡа-рабайҙы шул ялғанына ышандырып, ҡыҙҙы үҙенә дүртенсе бисә-леккә алыуға өлгәшә.Ҡарабай быға нисек риза була һуң? Ҡарамаҡ-ҡа, ул ят күҙҙәрҙән һаҡлап ҡына үҫтергән яңғыҙ ҡыҙының намыҫ-ына кер төшөүҙән ҡурҡыуы шул аҙымға сәбәпсе була кеүек. Асыл-ында иһә, ҡыҙын күрәләтә тамуҡ эсенә тапшырып, үҙ абруйы хаҡ-ында ҡайғырта. Шуның менән уның ғүмерененең фажиғәле өҙөлөү-енә үҙе үк сәбәпсе була. Көнһылыу менән Арыҫлан йәшерен ос-рашҡанды күреп, уларҙың икеһен дә сәнсеп үлтерә. “Көнһылыу” риүәйәтен, романтик пафослы лирик риүәйәт, тип атарға була. Ни өсөн тигәндә, һүҙ бәхетһеҙ мөхәббәт хаҡында барғанға ғына түгел, уның нисек барыуында ла, төрләндерә-төр-ләндерә шартлылыҡ менән иркен һәм ихлас эш ителеүендә лә. Әл-әксәй батшаның, Әй буйына килеп, Көнһылуға ғашиҡ булыуы – ре-алисик уйҙырма, әлбиттә. Спектаклдең һуңғы шаршауының һуңғы күренешендә бөтә персонаждарҙы сәхәнәгә сығарғанын хәтерлә-теп, риүәйәттең финалында егет менән ҡыҙҙы ла, мулланы ла, Ҡа-рабайҙы ла, Ҡазан мырҙаһы Аҡсураны ла, мәзинде лә – бөтәһен дә бер юлы Әй буйындағы Өй ташҡа туплау ҙа; яуыз мулланың Көнһылыу менән Арыҫланды бер юлы үлтереүе ихтимал булған сүрәттә лә, шунда уҡ мулланың – Аҡсура тарафнан, Аҡсу-раның мәзин тарафынан үлтерелеүе, шул фажиғәга шаһит булыуына ҡа-рамаҫтан, Ҡарабайҙың өнһөҙ ҡатып ҡалыуы хаҡында ла шуны уҡ әйтергә була. Әкиәттәрҙә, эпостарҙа, легндаларҙа һәм риүәйәттәрҙә матур-лыҡ хаҡында халыҡтың эстетик идеалы сағылыш алған сүрәттә, иғ-тибар, ғәҙәттә, ҡыҙ матурлығына ғына йүнәлтелә. Ә ир-егеттең ба-ры көслө, батыр, мәргән, сос булыуына баҫым яһала. Әммә ҡыҙ ма-турлығы менән ире-егеттең ошондай сифаттары, тиңгәрелгәндәй, йәнәш тасуирлана икән, уны ла матур тип ҡабул итәбеҙ. Сөнки шул сифаттар ир-ат матурлығының синонимы кеүек ҡабул ителә. Һүҙ барған риүәйәттә Арыҫландың бәйгеләрҙә еңеп сығыуы, уның да матурлығы шундай сифаттарға эйә булыуында тип ҡабул итергә тулы мөмкинлек бирә. Әммә риүәйәтсе, бының менән генә сикләнмәй. Шул төшөнсәне йәйә эсенән сығарғандай итеп, былай тип уға асҡлыҡ та индерә: “Ул үҙе шундай матур. Нәҡ бына Йосоп бәйғәмбәр кеүек булған”. Йосоп бәйғәмбәр иһә “Ҡөрән”дең 12-се сүрәһендә һәм ҡиссала, Фирҙәси, Ҡол-Ғәли һәм башҡа бик күп ша-ғиррҙар ижад иткән поэма-дастандарҙа ир матурлығының идеалы итеп тасуирлана. “Тәүрат”та уның “Иосиф Прекрасный” тип бирел-еүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Ә инде уға ғашиҡ Көнһылыу хаҡында риүәйәт шулай ти:“Ҡыҙ шундай матур булған. Хатта Әй буйына һыуға төшкән сағында. Әй ҙә аҡмай тороп, уның һылыулығына хайран ҡалыр булған”; “Көн-һылыу йырлай башлаһа, һандуғастар – һайрауынан, ел – иҫеүенән, януарҙар – үкереүенән, туҡтағандар”; “уларҙың (егет менән ҡыҙ-ҙың) һыҡтау тауыштарына күк күкрәгән, йәшен йәшнәгән, ҡойоп ямғыр яуған” тигән тасуирламалар; Өй таш ҡуҙғалып, Арыҫлан ме-нән Көнһылыуҙың үле кәүҙәләренең юҡ булыуы, ҡапыл ҡараңғы тьөшөп, Өй таш яғынан Ыйыҡтау яғына аҡ нәмә осоп китеүе, туғ-ыҙ айҙан тау ярылып, унан ике аҡҡош осоп сығыуы – барыһы ла фантастик шартлылыҡ, легендар уйҙырма. Улар барыһы ла саф мөхәббәтте илаһилаштырып, изгеләштереүҙән килә. Шуға ла тап шундай мөхәббәттең үҙе булып һынланған Көнһылыу менән Арыҫ-ландың рухын кәүҙәләндереүсе аҡҡоштар башҡорттар өсөн тейел-геһеҙ изге ҡош иҫәпләнә. Изгеләштереүҙең төбөндә илаһилаштыр-ыу төҫмөрләнә. Егет менән ҡыҙҙың кәүҙәһен үҙ ҡуйынына алып, Өйташтың урынынан күсеүе, уларҙың рухының саф мөхәббәт сим-волына әүерелгән ике аҡҡош булып осоп сығыуы – мөхәббәт яҙ-ышына битарф булмаған илаһи көстәрҙең (бәлки, ҡасандыр, грек мифолгияһындағы Венера кеүек, башҡорттоң да мөхәббәт илаһи-әһе булғандыр) ваҡиғаға туранан-тура ҡатнашыуының һөҙөмтә-һелер.
Комментарии 0