Новости, Культура | ||
Һуңғы йылдарҙа Ислам диненең сәскә атыуын күреп күңел һөйөнә. Меңәр йыл элек ата-олатайҙарыбыҙ ошо күркәм динде үҙ ирке менән ҡабул иткән. Шуға күрә лә беҙ уға иғтибар һәм хөрмәт менән ҡарарға тейешбеҙ. Хәйер, һуңғы йылдарҙа был тәғлимәт һүҙҙә генә түгел, эштә лә бойомға ашырыла. Йыл да тигеләй районыбыҙҙың бер ауылында асылған мәсет фекеремде тағы ла ҡеүәтләп ебәрә. Әле яңыраҡ Максим Горький ауылында ла Аллаһ йорто үҙ ишеген асты. Тантанаға ҡәҙәр ҙә мәсет үҙ эшен атҡарып килде. Мәртәбәле сараның йома көнөнә тура килеүе осраҡлы түгел. Ғилем эйәләре был көндөң ике ғәйеттән оло булыуын билдәләй. Шуға күрә лә диндарҙар уға айырыуса иғтибар бирә. Байрамдың Республика йылы һәм райондың 80 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйынған осорҙа ойошторолоуы ла күңелдәргә икеләтә һөйөнөс өҫтәй. Тиҫтә йылдар элек был тарафта манаранан аҙан тауышы ишетелер тигән уй бер кемдең дә башына килмәгәндер, моғайын. Бөгөн иһә ул хыял ғына түгел, ә ысынбарлыҡ. Мәсеттең төҙөлөп бөтөүен урындағы халыҡ ҡына түгел, эргә- тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ни тиһәң дә, әлегә ул Арх-Латыш ауыл биләмәһендәге берҙән-бер мәсет. Киләсәктә был изге башланғысты башҡаларҙа үрнәк итеп алыр әле тигән ниәттә ҡалабыҙ. Былтыр Ҡорбан байрамында бер нисә ҡан-ҡәрҙәшебеҙ мәсеткә килтереп ҡорбан салдырҙы. Уларҙың эше сауапҡа китһен. Шулай уҡ бында уҙғарылған йома һәм Рамаҙан айында тәрәүих намаҙҙарына ла халыҡ бик теләп йөрөй. Башта халыҡ Сәлим, һуңынан иһә Ғәбделбасир хәҙрәттәргә эйәреп намаҙҙар уҡый. Яңы мәсеткә 2000 йылда нигеҙ һалына. Ураҙа байрамына йыйылған халыҡ уны төҙөү тураһында тәү тапҡыр һүҙ ҡуҙғата. Кешеләр үҙ көсөнә ышанып, изге эште башлап ебәрә. Уға Арх-Латыш мәктәбе уҡытыусыһы, бөгөнгө ауыл старостаһы, имам-хатиб Батыргәрәй Мәжитов етәкселек итә, Мөсәғит Ғөбәйҙуллин уның уң ҡулы була. Ағасты ете саҡырым алыҫлыҡтағы ерҙә әҙерләйҙәр. Бура бурауҙа Максим Горький, Заря, Убалар ауылының балта оҫталары ең һыҙғанып тир түгә. Тәүге ағасты йыҡҡандан алып, манараны күтәргәнгә тиклем 200-ҙән ашыу кеше үҙенең тос өлөшөн индергән. Әлбиттә, мәсет һалыу өсөн бик күп сығым талап ителә. Был йәһәттән халыҡ күңеленән район хакимиәте башлығы Хәйҙәр Мәүлекәсовҡа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Венера Шәрәфетдиноваға, «Иммуннопрепарат» ФДУП-ның «Микроген» фәнни- етештереү берекмәһе филиалы директоры Мәхәмәт Алсынбаевҡа, «Кодекс» консалтинг фирмаһы етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы Ғарифулла Яппаровҡа, ҡарттар йортоноң элекке директоры Надежда Тумановаға, шәхси эшҡыуар Әсҡәт Йәнешевҡа ҡарата йылы һүҙҙәр ағыла. Ярҙам ҡулын һуҙыусыларҙың исемдәре кеше күңелендә генә түгел, таҡтаға ла уйып яҙылған. Ауыл старостаһы Батыргәрәй Хөрмәтулла улы үҙ сығышында барыһынала оло рәхмәтен белдерҙе. Мосолмандарҙың шатлығын уртаҡлашыу өсөн район хакимиәте башлығы Хәйҙәр Мәүлекәсов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Венера Шәрәфетдинова, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Арх-Латыш ауыл Советы рәйесе Илдус Әбсәләмов, Архангел ауылының имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов, эшҡыуар Ғарифулла Яппаров, күрше Ғафури районына ҡараған Ҡауарҙы ауылы хакимиәте башлығы Азат Әбелғужин һәм Һабай ауылы муллаһы Фәнил Басиров һ.б дин әһелдәре килде. Уларҙың һәр береһе йыйылыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙың береһе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин мәсеткә «Ҡөрьән» китабын тапшырһа, келәмдәргә саң ҡунмаһын тип Ғарифулла Хәбибулла улы саң һурғыс бүләк итте. Красноусол шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов та үҙенең бүләген ебәргән. Тантаналы өлөштән һуң, барыһы ла мәсеткә юлланды. Ҡунаҡтар икмәк тоҙҙан ауыҙ итеп, алтаҫманы киҫте. Олоһонан алып, кесеһенә ҡәҙәр йома намаҙын уҡып, күңелен сафландырҙы, иманын байытты. Байрам сараһы сәй табыны артында дауам итте.
Азамат Әлмөхәмәтов.Һүрәттәрҙә: саранан күренештәр. Салауат Ғәниев фотолары.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[30 сентября 2010] | Просмотров: Опубликовал: nabludatel | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}