Конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Литература | ||
| Билдәле булыуынса, 2012 йылда идара ҡарары менән Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһы булдырылғайны. Күренекле шағир һәм ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр етәкселегендәге комиссия тиҫтәгә яҡын дәғүәселәр араһынан йәшерен тауыш менән яҙыусы һәм тарихсы Йыһат Солтановтың “Сөләймән Мырҙабулатов. Тормошо һәм көрәше” китабына өҫтөнлөк бирҙе һәм ул үрҙә иҫкә алып үткән премияның беренсе лауреаты булды. Быйыл да 1 августан 31 октябргә тиклем Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылары берлеге ағзалары булған яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, шулай уҡ әҙәбиәтсе һәм фольклорсыларҙың Башҡортостан халыҡтары тормошон һәм хеҙмәтен сағылдырыуға, башҡорт әҙәбиәте, тәнҡите һәм фольклористикаһындағы мөһим проблемаларға арналған, йәмәғәтселектә танылыу яулаған талантлы, юғары художестволы әҫәрҙәр ҡабул ителә. Премияға тәҡдим ителгән әҫәрҙәр һәм эштәр күрһәтелгән көнгә тиклем кәмендә бер йыл эсендә матбуғатта баҫылып сыҡҡан булырға тейеш. Уларҙы комиссияға яҙыусылар ойошмалары, уҡыу йорттары, йәмәғәт берекмәләре, гәзит һәм журнал редакциялары, нәшриәттәр тәҡдим итә ала. Дәғүәселәр йәше сикләнмәй.
Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияға документтар Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә тапшырыла. Адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 34. Тел./ факс : (347) 273-30-47.
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [31 июля 2013] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0