Алланы аҡыл аша таныйбыҙ » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Слово автору | ||
| Һуңғы 10 – 15 йылда Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда, дингә ҡараш үҙгәрә төштө. “Олатаһы мулла булған”, “беҙҙеңсә фекерләмәйһең икән, һин – дошман” тип, эҙәрлекләү юҡ. Дини ойошмаларға махсус белемле кадрҙар әҙерләүгә лә етди иғтибар бүленә. Һәр ауыл-ҡалала тиерлек мәсет, сиркәү ҡалҡып сыҡты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтөн мир менән тигәндәй төҙөлгән был биналарға йөрөүсе һирәк. Сөнки халыҡ диндең асылын аңлап етмәй. Уның бәндә күңеленә иман, кешелеклелек, миһырбанлыҡ орлоғо сәсеүен, йәшәүен мәғәнәле, эстәлекле итеүен аңлатыр, донъяны танып белергә өйрәтер ғилем икәнен күрһәтер китаптар әҙ. Шунан файҙаланып, ҡайһы бер кафырҙар “мосолман битлеге” кейеп, террористик ойошма төҙөй, ҡан ҡоя. Һөҙөмтәлә, ислам диненә ҡара яғыла, йәмәғәтселектә кире ҡараш тыуа.Тағы бер мәсьәлә.Ғәҙәттә, кеше башҡорт-татар икән – мосолман, урыҫты христиан, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Тик был дөрөҫлөккә тап килеңкерәмәй. Баптистар, мормондар, Йәһәүәгә тоғролар, сайентологтар, мундар сектаһына йөрөгәндәр ҙә байтаҡ. Хатта “Ислам динендәгеләрҙе ҡотҡарыу ойошмаһы”на ағза булып инеп, “ислам – ялған дин” тип, “аңлатыу” эше алып барыусы милләттәштәребеҙ ҙә бихисап. Аяныс: секталарҙың махсус программаһына ярашлы, “мейеһе йыуылған” күпме әҙәм кешелектән сығып, әрәм була?!Ошо факттарҙы күҙ уңында тотоп (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик әҙен – авт.) һәм мәсеткә йөрөүселәр тарафынан йыш бирелгән һорауҙарға яуап рәүешендә әҙерләнде лә инде был китап.АЛЛАНЫ АҠЫЛ АША ТАНЫЙБЫҘБер диндарға Алланың барлығын иҫбат итергә ҡушҡандар. Ул тут ағасына төртөп күрһәтеп:– Уның еҫе тәменән айырыламы? – тип һораған.– Юҡ, – тип яуаплаған ҡорҙаштары.– Беренсе миҫал. Бал ҡорто ошо ағастан бал йыя. Уның ҡайырыһын кәзә кимерһә, арт һанынан борсаҡ-борсаҡ тиҙәк төшә. Япрағы менән болан һыйлана ла, мускус эшләп сығара, ебәк ҡорто туҡланһа – ебәк. Йәғни, төрлө йән эйәһе бер үк нәмәне ашауҙан еҫе, тәме, төҫө яғынан айырылған төрлө продукт барлыҡҡа килә, – тип дауам иткән диндар. – Шул тиклем дә ҡатмарлы функция башҡарыусы ағас үҙенән-үҙе хасил булды ла, “әҙәмгә кәрәгер” тип, ҡайһы – ебәк, ҡайһы бал етештерә башланы, тип уйлайһығыҙмы?Икенсе миҫал. 7 – 8 шарҙы өрөп, елгә осороп ҡарағыҙ әле. Улар ни эшләй? Дөрөҫ, төрлө яҡҡа таралып, шартлап бөтә. Астрономдар аңлатыуынса, күк есемдәре билдәле бер йүнәлештә хәрәкәт итә. Ә уны кем тәртипкә һалған? Ниңә күк есемдәре бер-береһе менән бәрелешмәй? Нисек осоп йөрөй, ни өсөн шар шикелле ергә ҡолап төшмәй? Бәлки, улар менән идара итеүсе Бөйөк көс барҙыр?Өсөнсө миҫал. Ер яралтылғандан бирле йыл миҙгелдәре үҙ ҡанунына ярашлы алышынып тора. Ни эшләп ҡайһы саҡ буталып китеп, яҙ артынан – көҙ, ҡыштан һуң йәй килмәй? Иғтибар менән ҡарағыҙ әле: тәбиғәттә тулы тәртип! Уны кем урынлаштырған? Әлбиттә, Алла!Күренеүенсә, дин әһеле, үҙ ҡарашын дәлилләп, һорауға урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп яуап биргән.Хоҙайҙы инҡар итеүе менән танылған француз философы, яҙыусыһы Вольтер ҙа үлер алдынан “Сәғәтте оҫта эшләмәгән, ул үҙе барлыҡҡа килгән һәм донъяны яралтыусы Алла ла юҡ тип, иҫәр генә “раҫларға” мөмкин”, – тигән” .Ә инглиз психологы Джозеф Мэрфи “Һеҙ бай була алаһығыҙ” тигән китабында былай тип яҙа: “Йоһаннесбургта йәшәгән таныш яҙыусы һөйләүенсә, уның күп мәҡәләһен редакция элегерәк ҡабул итмәгән. Ижадсыла хатта кире ҡағылыу комплексы барлыҡҡа килгән, материалын алып барғанда уҡ оҡшатмаҫтарын белгән. Ләкин бер китап уҡығандан һуң тормошҡа ҡарашы үҙгәргән. Ул, китап авторы кәңәшенә ҡолаҡ һалып, буласаҡ әҫәренең сюжетын ентекләп уйлаған, шунан уны бер-бер артлы күҙ алдынан үткәргән һәм иртәле-кисле ярты сәғәт буйы “Был романды минең арҡылы Алла тыуҙыра. Уҡыусыны илһамландырыр, кешелеккә хеҙмәт итер әҫәрҙе Хоҙай ҡулы менән яҙам” тип ҡабатлаған. Ошонан һуң яҙыу эше еңелләшкән. “Йыш ҡына иртән уянып китәм дә, күңелем түренән сыҡҡан һүҙҙәрҙе тиҙ генә ҡағыҙға төшөрәм. Хәҙер хеҙмәтемде нәшриәткә теләп ала башланылар”, – тип һөйләгәйне ул.Ирландияла бик матур итеп арфала уйнаған йәш музыкантты төшкө ашҡа саҡырғайныҡ. “Уйнар алдынан һәр саҡ “Раббы – бөйөк музыкант. Ул минең ҡулым аша уйнай. Мин – уның хеҙмәтсеһе, уның өсөн уйнайым” тип ҡабатлайым” тигәйне” .Был ижад әһелдәренә үҙ-үҙенә ышаныс этәргес бирәме, әллә Тәңре ярҙам итәме – әйтеүе ҡыйын. Әммә православие динендәгеләр үрҙәге юлдарҙы уҡығас, “Изге китапта “Кемдең аҡылы етмәй, шелтәһеҙ-ниһеҙ биреүсе Хоҙайҙан һораһын” (Послание Иакова, 1:5) тип яҙылған икән, ғәжәпләнер урын юҡ” тип әйтер ине, моғайын.Хаҡлыҡты табыр өсөн ике яҡты ла тыңлау лазым. Ислам дине вәкиле, БР мосолмандары Диниә назараты мөфтө йө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинға һүҙ бирәйек:– Дәһри үҙ күҙе күргәнгә генә ышана. Йәғни, ҡаршыһындағы Ирәмәл тауының барлығын раҫлай, сөнки ул алдында тора йә уның хаҡында гәзит-журналдан уҡып белә. Ә Алланы иһә үҙе лә, ҡорҙаштары ла күргәне булмағас, юҡ тип уйлай. Шулай уҡ шаһиттар юҡлыҡҡа ҡарамаҫтан, ғаләм, беҙ йәшәгән ер планетаһының үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүенә лә шикләнмәй. “Юҡтан бар булмай, барҙан юҡ булмай” тигән ҡағиҙәгә таянып, атеистарҙан “логика ҡайҙа?” тип һорағы килә.Уйлай китһәң, әҙәм заты күрмәгән нәмә бихисап бит. Мәҫәлән, кеше тәнендә лә, ерҙә лә, алтын, көмөш, һыу һ.б. бар. Был, бәндәнең ерҙән, йәки тупраҡтан, яралтылыуын раҫлаусы дәлил.Фәлән – аҡыллы, төгән аҡылһыҙ тип хәбәр һөйләйбеҙ. Ә аҡылды кем күргән? Саксония менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ ебен, электр тогын, эфир тулҡынын, һауала мыжғып осоп йөрөгән ваҡ йән эйәләрен, яҫтыҡ-түшәктәге кеше тәненең иҫкергән (ҡартайған) тиреһе менән туҡланыусы ҡортто күреүсе бармы? Үҙ аллы хасил була алмаған йыһанды яһаусы Аллаһу тәғәләне лә беҙ, диндарҙар, күҙ менән күрмәһәк тә, аҡыл аша таныйбыҙ, сөнки бер нәмә лә тик торғандан, үҙенән-үҙе, барлыҡҡа килә алмай.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [27 февраля 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0