Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Килешә был ямғыр күҙҙәреңә! Көмөш гөрләүектәр гөрләһен, Гел ҡояшҡа үрмәләһен гөлдәр — Тик күҙ генә тейә күрмәһен… Килешә аҡ ҡарҙар ҡарашыңа! Аҡ бурандар аҡ йыр көйләһен, Бөтөрөлөп ергә яуған аҡҡа Тик күҙ генә тейә күрмәһен… Күҙҙәреңә һинең күҙ теймәһен, Яттарға йәр була күрмә һин. Ырым һөрмәһен һөрт яҙмышыңа — Ҡайғы һинең янда йөрөмәһен. Ырымдар ҙа ярҙам итмәй икән, Уйла беҙҙең бергә мәлдәрҙе… Һағыштарҙан шулай ҡотолам мин, Тик шул еңеләйтә хәлдәрҙе…
1978
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}