Новости » Слово автору | ||
Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында яҙып алынған “Маҡтымһылыу иртәгенең ахырында “Иртәгем ары китте, үҙем бире ҡалдым. Лоҡманға туғарҙым. Уға тау менән таш йөкмәттем, үҙем аш йөкмәп ҡайттым” тигән стилистик формула килтерелә . Тимәк, заманында иртәк һәм иртәгәләр терминдары тиң һәм киң ҡулланылған булыуы ихтимал.М. Өмөтбаев әйтеүенсә иһә: “Бөтә башҡорт батырҙары өләңдә йырлана: мәҫәлән, Мораҙым, Заятүләк, Сура батыр һәм дары еҫен аҙ еҫкәгән (йәғни, ауыҙ тултырып әйтерлек батырлыҡ күрһәтмәгән. — Ә.С.) бүтән күп кенә батырҙар”. Шул “күп кенәләр” рәтенә ул хандар тураһындағыларын да индергән. М. Өмөтбаевтың: “Ҡырғыҙҙарҙа (йәғни ҡаҙаҡта. — Ә.С.) өләң йыры хәҙерге ваҡытта ла (йәғни XIX быуаттың икенсе яртыһында ла. — Ә.С.) беренсе урында тора. Ләкин улар үҙҙәре ябай йырҙарҙы [ла] өләңдәрҙән айырмайҙар, шуға бөтәһен рәттән өләң тип атайҙар. Ә башҡорттарҙа өләң хикәйәтте, йәғни эпосты аңлата”, — тигәне лә иғтибарға лайыҡ . Энциклопедик мәғлүмәтле күренекле ғалимыбыҙҙың был һүҙҙәре фольклор ғилемебеҙҙә бығаса иғтибарға алынманы. Уның бер сәбәбе әле генә килтерелгән иҫкәрмәһе менән иҫәпләшеп тормаҫтан өләңде тик ҡаҙаҡ фольклоры күренеше тип иҫәпләү булды буғай.М. Өмөтбаевтың билдәләмәһе менән килешкән сүрәттә, эпостарыбыҙҙың әлегә беҙ “эпик ҡобайырҙар”тип атаған өлөшөн “өләңдәр” тип кенә билдәләргә булыр ине. Башҡорт эпостарының иртәк рәүешендә башҡарылғандарының теҙмә өлөшө ҡобайыр ритмына ҡоролған һамаҡтарҙан тора. “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Ҡуңырбуға”, “Тарғын менән Ҡужаҡ” кеүек эпостар шуға миҫал.“Урал батыр”, “Минәй батыр менән Шүлгән батша”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ҡарат менән Ҡараһаҡал”, “Юлай менән Салауат” ише эпостар иһә тотошлайы менән ҡобайыр стилендә, ҡобайыр үлсәмендә ижад ителгән һәм беҙгә шул килеш килеп еткән. Күпселек өлөшө шундай уҡ теҙемдәрҙән торған “Аҡбуҙат”, “Ҡара юрға”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Бала бәшнәк” ише эпостар ҙа башта шау ҡобайыр үлсәмендә ижад ителгән булып, ҡобайырсылыҡ традицияһы һүрелә килә генә, уларҙа өлөшләтә сәсмә телмәр формаһы урын ала башлауы ихтимал. Башҡорт эпостарының был төркөмө хәҙер иртәктәр кәштәһендә урын алған.Әйтелгәндәрҙән тыш башҡорт фольклорсылары Әхнәф Харисов, Мөхтәр Сәғитов, Салауат Галин һ.б. “хикәйәт” тигән эпик жанр барлығын да билдәләй. Тик уға, ғәҙәттә, “Ҡуҙый Күрпәс менән Маянһылыу” эпосының 1812 йылда Тимофей Беляев тигән бер рус уҡымышлыһы интерпретацияһында баҫтырылған версияһы менән “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосының шиғыр үлсәменә Сабирйән сәсән Мөхәмәтҡолов һалып үҙе үк “хикәйәт” тип атаған Ҡыпсаҡ ырыуы версияһын һәм “Ек Мәргән”де генә индерәләр. Ғәрәп һүҙе “хикәйәт”, төрки телдәренә ауҙарғанда, көнсығыш әҙәбиәте йоғонтоһонда Яңырыу дәүерендә Италияла хасил булған новелла жанрына яҡын мәғәнә биреүсе “ирештереү”, “мәрәкәләү” тигәнде аңлата. Ошо яҡтан ҡарағанда, “хикәйәт” терминын эпостарға ҡарата ҡулланыу, ғөмүмән, килешеп бөтмәй.
Академик Ғ.Б. Хөсәйенов раҫлауынса, “тел-стиль үҙенсәлектәре, шиғыр формаһы, тимәк, жанр тәбиғәте ҡабатланмаҫ милли” булыу-ҙарына ҡарамаҫтан, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыу-һылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Алпамыша менән Бар-сыһылыу” кеүек эпик ҡомартҡыларыбыҙ ҙа “дастанлыҡ традицияһы-нан йәки йоғонтоһонан килгән” һыҙаттарға эйә булған .
Страница 1 из 2 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}