Новости » Слово автору | ||
Башҡортостан Республикаhының Дәүләт суверенитеты тураhында декларация ҡабул итеү көнөнә арналған Шиғыр hәм йыр кисәhе С Ц Е Н А Р И Й ЫРайман Ишбаев йырлай. Алып барыусылар сыға.1-се. Моңдарымдың моңо hиңә,Башҡортостан — төйәгем hин.Һиндә тыуып, hиндә үҫтем,Берҙән-берем, йөрәгем hин.Һулап туймаҫ — hауаларың,Йомарт ерең — иҫ китмәле.Байлығыңды hанар өсөнБелеп торам hүҙ етмәҫен.Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,Иҫкән елгә тулҡын hирпә.Башын эйгән башаҡтарҙаБөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.Хазинаға, Башҡортостан,Һәр тарафың hинең тулы.Ҡабынғанhың УралымдыңКүкрәгендә йондоҙ булып.Уйымда hин, ҡанымда hин,Башҡортостан -ғәзиз әсәм.Халҡыма көс-ҡеүәт биреп,Мәңге балҡы, мәңге йәшә! 2-се. Башҡортостан тураhында шиғыр уҡый. 1-се. Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар! 2-се. Һаумыhығыҙ, хөрмәтле шиғриәт hөйөүселәр. 1-се. Республика көнөнә — Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураhында декларация ҡабул итеүҙең 15 йыллығына арналған Шиғыр hәм йыр кисәhен башлайбыҙ. 2-се. Тәүге hүҙ – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республика Яҙыусылар союзы идараhы рәйесе Рауил Бикбаевҡа. Рәхим итегеҙ, Рауил Төхвәтович! Алып барыусылар ултыра. Р.Бикбаев сығышы. Яңы ағзаларға билеттар тапшырыу.1-се. Илhам ҡошом hайрай-hайрай Йәнтөйәкте данланы, Саф мөхәббәт ялҡындары Күкрәгемде ялманы, Мөхәббәтле илкәйемдә Йәшәп hыуhын ҡанманы! — тип өндәшә беҙгә Fәлимов Сәләм исемендәге hәм Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты, ни бары 75 йәшлек ир уҙаманы, өлкән шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев. Сәхнәгә рәхим итегеҙ, Абдулхаҡ ағай! 2-се.-Ҡайҙарға сабаhың, шағирым, ҡайҙарға? — Тауҙарға, офоҡта күренгән тауҙарға. Түбәндә булыуҙың мәғәнәhе нилектә?! Бейектә шағирҙың урыны, бейектә!.. Бейеккә рәхим итегеҙ, Марат ағай! Башҡортостандың халыҡ шағиры, ни бары 75-е тулған Марат Кәримов! 1-се. Башҡортостан, Һине аңлау өсөн Далаларың кеүек киң күңелле, Йылғаларың кеүек моң-hағышлы, Урмандарың кеүек бейек, серле Булыу кәрәк, Ерем – Башҡортостан! Ошолай тип яҙғайны ҡасандыр талантлы шағирәбеҙ, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Факиhа Туғыҙбаева. Бөгөн ул нимә тип әйтер? Рәхим итегеҙ микрофонға. 2-се. А теперь слово предоставляется лауреату премии имени Салавата Юлаева, народному поэту Республики Башкортостан Александру Филиппову. Просим Вас, Александр Павлович! 1-се. Был донъяла унан бәхетле юҡ, Ауыҙ иткән барлыҡ тәменән. Асыhын да, сөсөhөн дә йотҡас, Йәшәй бит ул ғәмле сәм менән.
Сәхнәгә хөрмәтле шағирәбеҙ Кәтибә Кинйәбулатованы саҡырабыҙ. Әйҙүк, Кәтибә апай! Әйҙәгеҙ, ҡәҙерле апайыбыҙҙы оло юбилейы – 85 йәше менән тағы бер тапҡыр тәбрикләп алайыҡ!
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}