Сатирик әкиәттәрҙә, көлдөрөктәрҙә комиклыҡ тыуҙырыу өсөн, шаштырыу, уғата бүрттереү алымы ла йыш ҡулланыла. «Хәйерсе ҡыҙы» әкиәтендә «Һалдат тураһында әкиәттең» (18, № 49) «Алтын тәкә» тигән вариантында, мәҫәлән, ҡыҙҙың матурлығы тылсымлы әкиәттәрҙәгесәрәк «бер – бите Ай, бер бите – Көн» тип шаштырып һүрәтләнелә. Ләкин әкиәттә башҡаса фантастика элементтары булмағанлыҡтан, был шаштырыу ҡәҙимге сағыштырыуҙарҙан «кеүек», «шикелле», «һымаҡ» һүҙҙәре төшөп ҡалыуҙан барлыҡҡа килеп, йырҙарҙа, көндәлек телмәрҙә ҡулланыла торған метафораларҙы ирониялау кеүек кенә ҡабул ителә.«Ерәнсә сәсәндең ҡырҡ алдағаны», «Ҡуян аулаусылар» (19, № 119, 125) көлдөрөктәрендә ҡуян бер ҡарауға хәтәр ҙур зат итеп күҙ алдына баҫтырыла (унан ун биҙрә май сыға, ите ишеккә һыймай). Бындай миҫалдар тормош-көнкүреш әкиәттәр өсөн гипербола кеүек шаштырыу алымының да ят түгеллеге тураһында һөйләй. Тик тылсымлы әкиәт гиперболаһынан тормош-көнкүреш әкиәте гиперболаһы комиклыҡ тыуҙырыу маҡсатында ҡулланылыуы менәнайырыла. «Үргей менән Ҡарысбай» (19, № 95), «Батыр әбей» ише әкиәттәрҙә геройҙы үтә көсһөҙ, үтә хәлһеҙ итеп күрһәтеүсе литота алымы ла (ул арҡыры ятҡан таяҡты ла аша атлап уҙа алмай, себен үлтереүҙе лә оло батырлыҡҡа иҫәпләй) шундай саф художестволымаҡсат менән аҡлана. «Әбйәлил» тибындағы әкиәттәрҙә мифик зат гротеск алымы менән һүрәтләнгән тәбиғәт стихияһын кәүҙәләндерә.«Мулла шайтанға әйләнде», «Йорттотмаҫ кейәү» (18, 71; № 19, № 93) ише тормош-көнкүреш әкиәттәре комик эффект тыуҙырыу маҡсатындаяланғасландырыу алымына мөрәжәғәт итә. Яланғасландырыубыл осраҡта карикатура мәғәнәһенә эйә. Тормош-көнкүреш әкиәттәрендә (айырыуса сатирик, юмористик әкиәттәрҙә, көлдөрөк-тәрҙә) тағы шундайыраҡ комиклыҡ саралары файҙаланыла:1) һүҙҙәрҙең, логик яҡтан бер-береһен юҡҡа сығарырлыҡ итеп,ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә (оксюморон) килеүе («Ҡуян аулаусы-лар»);2) омонимдар ҡулланыу: «Алһын» әкиәтендә байҙың хеҙмәтсегә: «Алһын!» – тип мөрәжәғәт итеүе уның үҙ улына бойороп әйтеүе кеүек аңлашыла;3) синонимдарҙы файҙаланыу: «Ҡуян аулаусылар» әкиәтендәге «Атайым тотҡан кәкре таяҡ, мин тотҡанмын бөкрө таяҡ» тигән һөйләм – шуға миҫал;4) Каламбур булмышы менән үк комиклыҡ эффекты тыуҙырыуға тәғәйен: «Әғзәм» әкиәтендә өйҙән сығып йөрөмәҫ, кешенәмәһенә ҡул һуҙмаҫ, юҡ-барға күҙ атмаҫ, юҡ-бар хәбәр һөйлә-мәҫ ҡыҙ хаҡында аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, телһеҙ тип әйтелеүен геройҙың һүҙмә һүҙ аңлауы комик эффект тыуҙыра; 5) кешене ҡылыҡһырлаусы ҡушаматтар ҙа (лаҡап-исемдәр ҙә) шундай уҡ эффект тыуҙырыу мҡеүәһенә эйә (Таҙ, Иҫәр Таҙ, Берто-там Таҙ, Шомбай, Шомтаҙ, Йорттотмаҫ, Сокорҡолаҡ, Алдар, Ямарһ. б.).Бындай алымдар, саралар комик ситуация, комик характертыуҙырыуҙа хәл иткес роль уйнамай. Ләкин тормош-көнкүрешәкиәттәренең дөйөм комик пафослылығын арттырыуға улар ҙаөлөш индерә.
Комиклыҡ башланғысы хайуандар тураһындағы һәм тылсымлы әкәиәттәргә лә ят түгел. Ф. А. Нәҙершина асыҡлағанса, уларҙа иң әүәл юморҙан үтеп китеп, гротеск кимәленә етеүсән уйҙырма үҙе үк комик эффект тыуҙыра, уға өлгәшеүҙә иһә, юмористик әкиәттәрҙәге кеүек үк, “бер нәмәне икенсе нәмә тип ҡабул” итеү, сюжет үҫтерелешендә бер картина икенсеһе менән ҡаплана барған етеҙ үҙгәреүсәнлек, литота, телмәрҙең тос һәм образлы булыуы – барыһы ла мөһим роль уйнай (61, 42 — 44). Тылсымлы әкиәттәрҙә персонаждарҙың һүрәтләнеше (мәҫәлән, таҙҙың, иҫәргә һалышып, көлдән борсаҡ сүпәп ултырыуы, батша ҡыҙы ойошторған турнирға ағайҙарының, кәзә тәкәһенә атланып, юлға сығыуы; төп геройҙың төп дошманын һаҡалы — мең ҡарыш, үҙе – бер ҡарыш, тип, мәңге һыйышмаҫ ике төшөнсәне — гипербола менән литотаны килештереп һүрәтләү һ.б.), инициаль , медиаль һәм финал формулалар ҡулланыу һ.б. тылсымлы әкәиәттәрҙе юморлы итә.