Новости » Слово автору | ||
Абдулхаҡ Игебаев /Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бағышлайым был шиғырымды/ Ололарҙы һәр саҡ ололоҡлап, Кеселәргә өмөт бағлаған, Күҙ ҡарашынан уҡ әҙәмдәрҙең Моң-һағышын, ғәмен аңлаған Һиҙгер йәнле, зирәк ил ағаһы — Мортаза ла тигән ир булыр. Һүҙ сурытып ҡат-ҡат һөйләмәҫ ул, Әйткән һүҙе уның бер булыр. Атайсалдың бөтә моң-зарҙарын Үҙ йөрәге аша үткәргән, Милли бәҫен, милли дәрәжәһен, Көс-тир түгеп, эштә күтәргән; Һай, арҙаҡлы ажар ил хужаһы — Мортаза ла тигән ҡаһарман, Ул бит тыуған ергә ҡот өҫтәргә Аҫыл шәхес булып яралған. Сал Мәскәүҙең төрлө ҡыҫымына, Баҫымына ҡаршы торорлоҡ, Баҫымына ҡаршы торорлоҡ, Ҡот осорлоҡ хәтәр саҡтарҙа ла Күк Уралға терәк булырлыҡ; Көслө рухлы, ҡыйыу ил башлығы — Мортаза ла тигән азамат, Уның йөрәгендә мәңге дөрләр Олатайҙарҙан ҡалған аманат, Дөрөҫ юлдарынан тайпылмаҫ ул, Намыҫына ҡылмаҫ хыянат. Сая Салауаттай айбарланып, Халҡы менән булып бер төптән, Ялт-йолт иткән утлы йәшен һымаҡ Заман яһилдарын өркөткән, Ҡуш йөрәкле ғорур, ил батыры — Мортаза ла тигән ыласын, Һәр милләткә дуҫлыҡ ҡулын һуҙып, Йәйеп тора, ана, ҡоласын. Башҡортостан халҡы шуны теләй: Сәләмәт бул, ныҡ бул, бул таҙа. Ҡанһыҙ Тәфтиләүҙәр көтмәгәндә Илгә килтермәһен ҙур ҡаза. Тауҙай эштәр атҡарғанда һиңә Алла ҡеүәт бирһен, Мортаза!
1993
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}