Новости » Слово автору | ||
Әммә бөгөнгө ғәмәли эштәребеҙҙән сығып ҡарағанда, шуны билдәләргә була.Беренсенән, Н.А.Таһиров, Ғ.Амантай һанап киткән жанрҙарҙың байтағы хаҡында бөгөнгө хеҙмәттәрҙә мәғлүмәт табыуы ситен. Мәҫәлән, Кирәй Мәргән үҙенең дәреслегендә һәм уҡыу программаларында башҡорт фольклорында шундай жанрҙар барын билдәләй:1. Йола поэзияһы:а) им-том: — арбау, — ырым;б) ваҡыт-миҙгел йолалары;в) тормош-көнкүреш йолалары (туй, сеңләү, бит асыу);2. Әкиәт эпосы: — тылсымлы әкиәттәр,— батырҙар тураһындағы (героик) әкиәттәр,— тормош-көнкүреш әкиәттәре;3. Легендалар, риүәйәттәр:а) боронғо ышаныуҙар ерлегендә тыуған — космогоник, —тотемистик, — анимистик легендаларб) этногенетик һәм этнонимик легендалар,в) тарихи риүәйәттәр,г) топонимик легендалар һәм риүәйәттәр,ғ) тормош-көнкүреш легенда һәм риүәйәттәре.4. Көләмәстәр.5. Героик эпос: жанр билдәләре яғынан:а) иртәктәр,б) ҡобайырҙар;тематик йәһәттән:— героик йөкмәткеле иртәктәр,— тормош-көнкүреш (новеллистик) иртәктәр,— сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш хаҡындағы иртәктәр.“Тел асҡысы — халыҡта” тигән аңлатмалы һүҙлегендә С.Галин башҡорт фольклорында түбәндәге жанрҙар барлығын билдәләй. Бәйет, ваҡыт-миҙгел йола поэзияһы, иртәк, йола йырҙары, йомаҡ, йыр, көләмәс, ҡобайыр, ҡисса, ҡыҫҡа йыр, легенда, мөнәжәт, мәҡәл, оҙон йыр, өләң (эпос), риүәйәт, таҡмаҡ, тапҡыр һүҙ, эпос, әйтем (мәҡәл + … мәҡәл), әкиәт (8а).“Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады” тигән китабында иһә башҡорт фольклорында эпик төргә — иртәк, ҡобайыр, әкиәт эпосы (әкиәт, легенда, көләмәс), лирик төргә — йыр, таҡмаҡ, мәҡәл, әйтем, йомаҡ, тормош-көнкүреш бәйеттәре, мөнәжәт кеүек жанрҙар ҡарауын, драма төрөнөң үҫешмәүен билдәләй. Бынан тыш йола фольклоры һәм балалар фольклоры тигән төркөмдәр булыуын да әйтә. Быны ул “Халыҡ ижады жанрҙарын … ижтимағи-эстетик вазифаларына ҡарап” төркөмләү һөҙөмтәһе, тип иҫәпләй (8, 115—116).
Ғайса Хөсәйенов, башҡорт фольклорының жанрҙар системаһын тулы килеш барлап тормайынса ғына, уның боронғо дәүергә ҡараған ҡара һүҙ, ҡарһүҙ, әйтеш, ауаҙа хаҡында һүҙ алып барғайны һәм алҡыш (беҙҙеңсә, алғыш), ҡарғыш, теләк, ҡобайыр, һамаҡ кеүек үҙ аллы жанрҙар булыуын билдәләгәйне. Уныңса, ҡара һүҙ ауыҙ-тел сәсмәүере төшөнсәһен биреүсе ҡарһүҙҙәрен һәм халыҡ-ара ҡулланылыштағы миф төшөнсәһен биреүсе ҡарыһүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә ала (21, 167—190).
Предыдущая страница | Страница 3 из 3 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[29 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}