Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Башҡорт халҡының ҡарһүҙе (Ә.Сөләймәнов)-3 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 12.11.2017 1 min read
Новости » Слово автору
ж) Фольклорҙың тотош система хасил иткәне Төрҙәргә, жанрҙарға бүленешенән аңлашылыуынса, фольклор тар планда ла, йәғни ауыҙ-тел ижады кимәленәдә лә, тотош бер система хасил итә. Бынан тыш шул төр һәм жанрҙарҙың үҙ-ара бәйләнеше шул система эсендә тағы бер система барлыҡҡа килтерә. Ә инде яңыраҡ “фольклор” терминына киңерәк төшөнсә һалыныуын иҫәпкә алһаҡ, был системаның тағы ла киң һәм ҡатмарлы булыуына төшөнөрбөҙ. Ҡайһы яҡлап һәм ниндәй генә принциптан сығып төркөмләһәк тә, фольклор төрҙәре лә, улар үҙ эстәренә алған жанрҙар ҙа бер-береһенән аша төшмәҫлек ҡойма менән айырылмай, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Ҡарһүҙҙәрҙә әйтем дә, йола фольклоры өлгөләре лә ҡулланылырға, әйтемдәрҙә иһә йола фольклорына хас һәм ҡарһүҙҙәрҙә лә күҙәтелеүсән билдәләрҙе табырға мөмкин. Эпостарҙа (эпик ҡобайыр һәм иртәктәрҙә) сюжетһыҙ ҡобайырҙар менән уртаҡ теҙемдәрҙе, мифологик, топонимик һәм этногенетик легенда, риүәйәттәр хәлендә үҙ аллы йәшәй алырҙай тематик мотивтарҙы, сюжеттарҙы, шәжәрә һ.б. жанрҙарҙың башланғыстарын осратырға була. Әкиәттәрҙә йомаҡ, мәҡәл, көйләп әйтелмәле монологтар, диалогтар, әйтеш ҡулланылған осраҡтар бар. Ауыҙ-тел фольклорының бер жанры өлгөһө икенсе төр һәм жанр кәштәһендә урын алыуы ла ихтимал. “Ҡара юрға”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡуңыр буға”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” ише иртәктәрҙең йыр йә ҡыҫҡа ҡобайыр рәүешендә генә башҡарыла торған версиялары осрай. Ике йорт тотоп, әле береһендә, әле икенсеһендә йәшәргә яратҡан кешене хәтерләтеп, бер үк әҫәрҙең, берсә — бер жанрҙар рәтенә, берсә икенсеһенә һырыныуының сәбәптәре төрлөсә булырға мөмкин. Әле телгә алынған иртәктәрҙең йыр сифатында ғына башҡарылған варианттары осрауы, эпик дәүер үтекәс, бындай күләмле әҫәрҙәргә ихтыяж кәмеүә менән аңатылыуы ихтимал. Туй йолаһын атҡарғанда (Ялан-Ҡатай ырыуы башҡорттарында әле лә ҡыҙыҡ өсөн генә башҡарылыуын иҫәпкә алмағанда), ҡыҙ сеңләтеү рәүеше хәҙер күҙәтелмәй. Уның ҡарауы, сеңләү тексы ололарҙың хәтерендә генә һаҡлана йә, берсә “Толпар тайса”, берсә “Күк толпар” тип исемләнеүсе йыр рәүешендә осраштыра. Сеңләү жанрының туй йолаһынан төшөп ҡалыуына Октябрь ихтилалынан һуң уны, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡһыҙ саҡтың күренеше, иҫкелек ҡалдығы, тип, тик бер яҡлы ғына баһалау, яңы рәсми идеологияға яраҡлашырға тырышып, “комсомол туйы”, “ҡыҙыл туй” үткәрә башлау, рус һәм башҡа халыҡтарҙың туй йолаһы йоғонтоһо сәбәпсе булған, әлбиттә.

Мифологик фекерләүҙән азат түгел саҡта, тәбиғәт күренештәрен йәнләндереп, йәнлеһен кешеләштереп (антропоморф ҡараш) йә ҡош-ҡортҡа оҡшатып (зооморф ҡараш) күҙ алдына килтереүсе боронғо бабаларыбыҙ репертуарындағы ямғыр йә ҡояшлы көн, йә балыҡ ҡабыуын һорап, ялбарып-ялбарып, шул заттарҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итеп әйткән теләктәре, ололар шул боронғо ҡараштарҙан арыныу һөҙөмтәһендә, хәҙер улар балалар фольклорында урын алған.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[29 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Башҡорт халҡының ҡарһүҙе (Ә.Сөләймәнов)-2 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Пресс – служба УГИБДД МВД по РБ » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025