Халҡым күңелендә мең йәшә! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Слово автору | ||
| Яҡынлашҡанда ҡояш офоҡтарға,Үрләр инем тауҙың башына.Меңдәрҙән һуң эҙҙәр һала инемТарих һеңгән ҡая ташыңа.Бер күренеш һис тә иҫтән сыҡмай:Ҡойонғанда ҡояш нурындаИл инәһе йөҙө пәйҙә булды Ҡояш менән йәнәш урында.Йөҙө балҡый, ә күҙҙәренән уныңҺис һүрелмәй нурҙар ағыла.Ҡарашында, йылмайыуында Ғорурлыҡ һәм шатлыҡ сағыла.Күҙ алдымда ғәжәп бер күренешБалҡыны ла, кире юғалды.Юғалһа ла, яҡтылыҡҡа әйҙәп,Ижадыма серле юл һалды.Төшөндөм мин Зәйнәп инәйҙеңЙәш быуынға әйтер теләген.Мөмкин булһа, ғәзиз халҡы өсөнЯрып бирер ине йөрәген.Ул әле лә ҡабул иткәндәргәТап ҡояштай нурҙар өләшә.Зәйнәп Биишева! Беҙгә өлгө булып,Халҡым күңелендә мең йәшә!
Хунафина Зилиә
|
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [29 января 2013] | Просмотров: 198 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0