Новости » Культура | ||
«Йылғалар ярһыҙ булмай,Ҡыҙ-егет йәрһеҙ булмай.Тауҙар менән тауҙар осорашмаһа ла,Йөрәк менән йөрәк осораша…» Ысынлап та, мөхәббәт ул йәшкә ҡарамай. Бер-береһен ихтирам иткән, бер-береһенә тоғро булған, ысын күңелдән һөйгәндәр генә — ысын мәғәнәһендә бәхетлелер ул. Мөхәббәт хаҡында күпме шиғырҙар һөйләнә, күпме йырҙар йырлана … Мөхәббәткә сорналған илаһи байрамдарҙың береһе – Бөтә донъя Ғашиҡтар көнө лә килеп етеп килә. Ғишыҡ утында янғандар ҡайнар һөйөүҙәрен иҫбатлап 13 февраль Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы тәҡдим иткән «Мөхәббәткә 365 көн» исемле юмористик тамашаға саҡыра. Йәштәрҙе генә түгел, ғөмүмән, ғашиҡ булғандарҙы, һөйә һәм һөйөлә белгәндәрҙе. Байрам концертында филармонияның мөхәббәтле парҙары һәм йәш таланттары ҡатнаша: Рәсүл Ҡарабулатов, Айгөл Һағынбаева, Лилиә Биктимерова менән Фәдис Ғәниев, Венера Рәхмәтуллина менән Рушан Биктимеров, Нәсимә менән Азамат Тимеровтар, Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар, Артур Туҡтағолов менән Миңзифа Исҡужина, Әлфиә Заһиҙуллина менән Марсель Ҡотоев, Әлфиә Ғәлләмова менән Рөстәм Шәрипов, Лилиә Ишемйәрова һәм Урал Мортазин.Иҫ киткес мөхәббәтле дуэттар башҡарыуында тәүге мөхәббәт, ике йөрәктең ҡауышыу бәхете, мәңгелек һөйөү хаҡындағы йырҙары дәртле көйҙәр менән, Республика конкурстары лауреаттары Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов башҡарған төрлө стилдәге бейеүҙәре менән үрелеп барасаҡ. Һөйөп-һөйөлгәндәр, ғашиҡ булғандар, мөхәббәт усағында яныусылар – барыһында 13 февраль 19 сәғәттә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында көтәбеҙ! Был кистә парлылар матур йырҙар тыңлап, бәхеткә күмелеп, хистәр тулҡынында бәүелеп, яңғыҙҙар икенсе яртыларын тапһын!Тамашаның сценарий авторы – Луиза Фархшатова, режиссеры – Илшат Фәхетрдинов.Билет хаҡы: 100-500 һ.
Белешмәләр өсөн телефон: 250-77-42
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 января 2011] | Просмотров: 200 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}