Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Йыраҡ үткәндәргә ҡолаҡ һалһам, Әсенеүле һүҙҙәр ишетәмен… Килә өнө алыҫ бабайҙарҙың: — Нишләнек беҙ?! Улым, нишләнең?! Көслө әрһеҙҙе беҙ бөйөк һанап, Хаҡыбыҙҙы, эйе, имдерҙек. Шулай йәшәп тәхетһеҙ ҙә ҡалдыҡ, Бәхетһеҙ ҙә ҡалдыҡ… өлгөрҙөк! Ниңәлер был кешеләрҙе тарих Ҡыйыш көрәк менән елгәрә — Ялған ҡала орлоҡ булып ятып, Ә дөрөҙлөк оса елдәргә! Ас күңелде, туған! Баҡ донъяға! — Һин — законлы тарих балаһы! Ҡанун шундай — елдәр иҫмәк була, Тамсыларҙың килә тамаһы… Һиҫкәндек тә уянаһы килде… Ни булһа ла булыр — ҡуҙғалдыҡ. Беҙ көтөүҙә йөрөгән һарыҡ түгел, Әлхәммидилләһи, беҙ — халыҡ! Беҙҙең менән уйнаусылар, һеҙ бит Ғәйәт көслө, эре һәм әрһеҙ… Был — уйнаштан тыуған халыҡ типме Уйнанығыҙ беҙҙең менән һеҙ? Беҙҙең ғүмер ғазап-ғазауатлы Сәйер тарих булды тоташтан — Беҙҙең яҙмыш уйнаштарға түгел, Ҡанлы һуғыштарға тоташған! «Нишләнек?!» тип беҙ әсенгән саҡта Һүнгән һуңғы усаҡ-ялҡындар, Үткәненә — беҙгә ҡолаҡ һалып Тыңлаусылар әгәр булмаһа, «Нишләттеләр?!» түгел, «Нишләнек?!» тип Һыҡраныуҙарға ҡалыр ҙа баһа!.. …Һиҫкәнешеп уянғанбыҙ икән, Хәйерлегә булһын, ҡуҙғалдыҡ! Беҙ көтөүҙә йөрөгән һарыҡ түгел, Әлхәммидилләләһи, беҙ — халыҡ!
2000
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 251 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}