Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинҺеҙ беләһегеҙ инде — елгәОсортмайбыҙ беҙ һүҙҙе:Таһир кеүек, Мәжнүн кеүекЯратабыҙ беҙ һеҙҙе!Яраттыҡ беҙ, яратабыҙ,Мәңге яратасаҡбыҙ!Яратыуҙы байрам һайынҠабат яңыртасаҡбыҙ!..Һеҙгә, әлбиттә, байрамғаБик затлы бүләк кәрәк -Үҙегеҙҙән дә гүзәлерәк,Нәфисерәк, ҡиммәтерәк!Ҡайҙан ғына алайыҡ һуңҺеҙгә ул бүләктәрҙе?Шул бүләктәрҙе эҙләйбеҙ,Һыҙғанып беләктәрҙе!..Әгәр ҙә беҙ байҙар булһаҡ,Ташып торһа аҡсалар,Ул аҡсалар шишмә булып,Йылға булып аҡһалар,Әйберҙәр булһа кибеттә,Һығыдып торһа кәштә,Бүләктәрҙе һеҙҙән, ҡыҙҙар,Ҡыҙғанмаҫ инек һис тә!О-о-о, ул саҡта ниҙәр генәБулмаҫ ине табында!Байрамдар ҙа гөрләберәкТорор ине тағы ла!Тик һеҙ үҙегеҙ — сәскәләр,Алтын-көмөш — үҙегеҙ!Мул тормоштар килер әле -Бер аҙ ғына түҙегеҙ!Рәхмәт һеҙгә — байрам алыпКилгәнгә ир-аттарға.Ышанысты беҙ, билдәле,Тырышырбыҙ аҡларға.Беҙҙән ҡалмаҫ — рәхәтләнеп,Килтереп бөтә шартын,Байрам итербеҙ ҡыҙҙарҙың
Беҙ 8-се Мартын!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 235 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}