Башҡорт дәүләт филармонияһында Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуыуына 115 йыл тулыу уңайлы концерт уҙа.Ғәзиз Сәлих улы Әлмөхәмәтов киң матур диапазонлы йырсы, уның сығышы уның сағыулығы менән башҡаларҙан айырылып тора ине. 1929 йылда йырсылар араһында беренселәрҙән булып БАССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә. 1914 йылдан алып Ғәзиз Сәлих улы профессионал булараҡ танылыу яулай. Ул Урта Азия, Себер, Башҡортостан, Татарстан буйлап гастролдәр менән йөрөй. 1921 йылдан алып йырсы эшен башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын йыйыу һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. 1922-1929 йылдарҙа Ҡазанда йәшәй. 1929 йылдан алып Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм ижады Өфө менән бәйләнә. «В борьбе за создание башкирской советской музыки» (Өфө, 1933) китабында беренсе булып башҡорт музыка мәҙәниәтенең хәлен һәм үҫешен яҡтырта. 1968 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге вокалсылар Республика конкурсы булдырыла. Һәм ул дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелеп килә. 29 октябрь, йырсының тыуған көнө көнөндө Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты йортонда урынлашҡан йырсы-композиторҙың бюсына гимназия уҡыусылары, туғандары сәскәләр һалдылар. 18 декабрь Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган залында Ғәзиз Әлмөхәмәтың тыуыуына 115 йыл тулыу уңайлы ҙур концерт үтә. Концертта төрлө йылдарҙа Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге вокалсылар Республика конкурсы лауреаттары ҡатнаша: Флүрә Килдейәрова, Гөлнур Нарынбаева, Әлфиә Афзалова, Әлфиә Заһиҙуллина, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Хәмитова, Гүзәл Үлмәҫҡолова, Айгиз Ғизәтуллин, Әлфиә Ғәлләмова, Катерина Ғилмутдинова, Диләрә Иҙрисова һ.б.Рәхим итегеҙ!
Инеү ирекле
|