Беҙҙең осор ағайҙары » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт Эйе, беҙ төрлөһөн күреп үҫтек… Бар ине бит ҡыҙыҡ ағайҙар! — Ҡыҙыҡ ағайҙарҙы күреп үҫкән Шуҡ малайҙар күпте абайлар! Ағайҙар бар ине… Юғиһә бит Тормош ҡыҫыҡ, донъя тар ине… — Ләкин шул тарлыҡты барлыҡ иткән Ғәжәп абзыҡайҙар бар ине! Хәйер, улар төрлө-төрлө ине… Ҡай берҙәре меҫкен ине бер! — Гел зарланып шулар иҫкә төшһә, Эйелмәҫтәй башың эйелер! Ҡай берҙәрен аңлап булмай ине… Нишләне ул? Эйе, зарланды! — Гел зарланған булып маҡтанды ул, Гел маҡтанған булып ҡарғанды! Ошо ағай төшә хәтеремә, Берәй ауырлыҡҡа юлыҡһам, Йәки инде башҡа йәшәп булмаҫ Һымаҡ тойолған бер минутта, Ҙурҙан ҡупҡан хыял емерелһә, Атым тулап, һынһа бер тәртә, Көнөн күҙ ҡыҫҡандай шаян ағай Һәм… эйелгән башты күтәртә! Маҡтанамы, зарланамы икән, Ҡарғанамы икән…белмәҫһең! Һөйләй ҙә ул көлөп күҙ ҡыҫа гел… Шаярталыр инде… көлгәстен! Ул лаф орған була күкрәк ҡағып: — Шәп заман был! Сереп байыным мин! Байлығыма минең сама юҡ! Тейәп алып килеп күрһәтәйемме?! Хәйер, тейәйем тиһәң… сана юҡ шул… Сана йүнәтерлек сама юҡ! Сер бирмәҫкә өйрәткән ул шулай! Ҡайтып рәхмәт әйтер сама юҡ! Үткәндәргә ҡайтыр саптар юҡ шул, Шул саптарҙы егер сана юҡ!..

2002

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 66 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0